

Тамашасы оҫта бейеүсене әллә ҡайҙан танып белә. Бейеү – ваҡыттарҙы сигендереп, уға һаулыҡ, зифа буй-һын, йәш төҫ-сырай, дәрт-илһам бүләк итеүсе шөғөл генә түгел, ә йәнен нурға сорнаған мөғжизәүи донъя, һулар һауа һымаҡ бер талап. Аҡъяр ауылынан Алһыу Юлдашбаева өсөн бейеү – уның булмышы ла, күңелендәге ялҡынды халҡына еткереү ҡөҙрәте лә.
Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы быйыл үҙенең матур ғүмер байрамын билдәләне. Хореография сәнғәтенең район халҡы күңелендә һөйөү яулауына бейеү ансамблдәренең, яңғыҙ башҡарыусыларҙың
төрлө мәҙәни сараларҙа, бәйгеләрҙә оҫта сығыш яһауҙары булышлыҡ итә. Балаларҙың күңелендә бейеү сәнғәтенә һөйөү уята алған, үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, барлыҡ тырышлығын һалып улар менән шөғөлләнгән педагог-хореограф
ҙур хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ. Бар ғүмерен бейеү сәнғәтенә арнаған хеҙмәт ветераны Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙының бала сағына, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайттыҡ. Ғүмер юлы кино таҫмаһындағылай күҙ алдына баҫты. Ижади шәхестәр был донъяға нисек килә, үҫә һәм үҙ тәғәйенләнешен таба? Улар ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнә? Ана шул һорауға яуап эҙләнек. Юғары көс ҡөҙрәте, һирәктәргә генә төшкән өлөш – йондоҙ булып балҡыуға айырыуса ныҡ булышлыҡ иткәненә хайран ҡалдыҡ.
Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы Аҡъяр ауылында алты балалы Әхмәтсафа Шәрифулла улы улы һәм Нәсихә Ҡотлоәхмәт ҡыҙы Юлдашбаевтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Атаһы һуғыштан яраланып ҡайтып, 38 йәшендә мәрхүм була. Әсәһе 36 йәшендә тол ҡалып, яңғыҙы 6 баланы аяҡҡа баҫтыра. Мәҡәләм геройы бала сағынан бейергә ярата, мәктәптә бейеү түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. 9-сы класта уҡыған сағында
район мәҙәниәт йортоноң бейеү коллективында бейеүселәр етмәү сәбәпле, ансамбль етәксеһе мәктәп директоры менән һөйләшеп, кластарынан 6 ҡыҙҙы, шул иҫәптән Алһыу Юлдашбаеваны ла һайлап алалар. Бейеү серҙәренә тәүгеләрҙән булып уларға Фатима Мағашева өйрәткән. Төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған 10-сы класта уҡыған ҡыҙға Пионерҙар йорто директоры бейеү түңәрәген алып барырға тәҡдим итә. Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы ризалашып, үҙе уҡыусы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарға бейеү нескәлектәрен өйрәтә башлай...
Тулыраҡ "Хәйбуллә хәбәрҙәре" гәзитенең 47-се һанында.