Яңылыҡтар
27 Ноября 2025, 09:47

Кампус нигеҙ уҡыу йортона әйләнде

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Ҡул ҡуйыу тантанаһы Мәскәүҙә Төп юғары уҡыу йорттары советы ултырышында үткәрелде. Сарала фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, “Ростех”тың генераль директоры Сергей Чемезов, Рәсәй Дәүләт Думаһының Сәнәғәт һәм сауҙа комитеты рәйесе Владимир Гутенев һәм Рәсәйҙең бер нисә юғары уҡыу йорто ректоры ҡатнашты.

Өфө университеты “Ростех”тың Төп юғары уҡыу йорттары советы составына инде, ул бөгөн 20-нән ашыу төп университеттарҙы үҙ эсенә ала һәм фән менән сәнәғәтте берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Килешеүгә ярашлы, алдынғы технлогиялар булдырыласаҡ, ғилми тикшеренеүҙәр үткәреләсәк, тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре башҡарыласаҡ һәм Корпорация предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләнәсәк.

– Бөгөн “Ростех” мәнфәғәттәрендә университет автомобиль һәм авиация сәнәғәте өсөн ҡеүәте 20 киловатҡа тиклем һәм Рәсәйҙә тиңе булмаған электр механик энергия үҙгәрткестәр яһай , – ти Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров.

ФЕКЕР

Александр ШЕЛЬДЯЕВ,

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры:

“Өфө фән һәм технологиялар университеты “Ростех” дәүләт корпорацияһының төп юғары уҡыу йорттары исемлегендә Башҡортостандан беренсе булып теркәлде. “Ростех” менән хеҙмәттәшлектә университет хәрби, граждандар һәм пилотһыҙ авиация өсөн инновацион уйлап табыуҙар – поршенле двигателдәрҙән алып юғары ныҡлылыҡтағы һәм экстремаль шарттарға бирешмәҫлек яңы авиация материалдарына тиклем – эшләйәсәк.  “Киләсәк моторҙары” үҙәгендә авиация сәнәғәте өсөн инновацион электр машиналары булдырыласаҡ. Юғары уҡыу йорто менән индустрияның берләшеүе алға ынтылышлы уйлап табыуҙарҙы тиҙләтәсәк һәм белгестәр әҙерләргә ярҙам итәсәк”.

Фото: Юғары уҡыу йорттары кампусы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас