Яңылыҡтар
27 Ноября 2025, 17:08

Күптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктәгә әйләнә

Эшҡыуарҙарҙың берҙәм консультациялар көнөндә эксперттарға Башҡортостандың 400 ҙән ашыу кешеһе мөрәжәғәт итте  

Күптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктәгә әйләнәКүптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктәгә әйләнә
Күптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктәгә әйләнә

Үҙ шөғөлөн асырға теләгән 400-ҙән ашыу Башҡортостан кешеһе республика ҡалаларында һәм райондарында Эшҡыуарҙарҙың берҙәм консультация көнө майҙансыҡтарында булды. Сара “Кадрҙар” милли проекты (национальный проект “Кадры”) сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Бизнесҡа ярҙам итеү буйынса төрлө структураларҙан эксперттар ҡатнашлығындағы осрашыуҙар республиканың Мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында квартал һайын үткәрелә.

– Күптәр өсөн бындай осрашыуҙар башланғыс нөктәгә әйләнә. Беҙҙең майҙансыҡтарға килеүселәр проекттың үҫешен тотҡарлаған бөтә мәлдәр тураһында һөйләшә ала. Дәүләт ярҙамы саралары, бинаны йәки участканы ҡуртымға алыу ысулдары, электрон сервистарҙы нисек файҙаланыу, тауарҙы нисек теркәү тураһында белергә, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

 Сара майҙансыҡтарында мотивацион спикерҙар сифатында уңышлы эшҡыуарҙар сығыш яһаны, уларҙың илһамландырғыс тарихтары яңы килеүселәргә маҡсаттарға өлгәшеүҙең һәм үҙ эшенә юлға сыҡҡанда ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙың реаль миҫалдарын күрергә ярҙам итте.

Буласаҡ эшҡыуарҙар шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте аша финанс ярҙамына иҫәп тота ала. Йыл башынан 960 кеше социаль контракт нигеҙендә үҙ эшен үҫтереүгә 350 мең һумға тиклем старт гранттарын алды ла инде. Үҙ эшен башларға теләгән эшһеҙҙәр 180 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған финанс ярҙамы менән файҙалана ала. Быйыл 92 кеше ошондай ярҙам алған.

Фотолар сығанағы: pravitelstvorb.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас