Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2025, 17:00

Иң мөһиме – сикләүҙәрҙе күрмәһендәр

Проектта ҡатнашыусылар араһында махсус хәрби операция ветераны, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса социаль координаторы Артем Мөхәррәмов бар.

Иң мөһиме – сикләүҙәрҙе күрмәһендәрИң мөһиме – сикләүҙәрҙе күрмәһендәр
Иң мөһиме – сикләүҙәрҙе күрмәһендәр

Кибатлетика – “Ватан һаҡсылары” фонды һәм “Кибатлетика” союзы менән Рәсәй дәүләт социаль университеты берлегендә тормошҡа ашырған реабилитациялауҙың төп программаларының береһе. Проектта ҡатнашыусылар араһында махсус хәрби операция ветераны, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса социаль координаторы Артем Мөхәррәмов бар.

Был проектта ғәрип ҡалған махсус хәрби операция ветерандары адаптив физкультура менән шөғөлләнә, киберхәүефһеҙлеккә өйрәнә, бассейнда йөҙә, экскурсияларға бара, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм башҡа сараларҙа була. Улар протездарҙы яңы ҡаҙаныштар өсөн ҡулланыуға яңы белем ала.

Артем Мөхәррәмовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, курсты тамамлағас, унда ҡатнашыусылар психология һәм адаптив физкультура буйынса өҫтәмә белем тураһындағы, социаль координатор һәм башҡа ветерандар менән аралашыуҙа булышлыҡ итәсәк сертификатҡа эйә була.

Анна ЦИВИЛЕВА, статс-секретарь, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды рәйесе:

-Маҡсатыбыҙ – махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтҡан һаҡсыларыбыҙ тулы ҡеүәтле тормош алып барһын һәм, инвалидлыҡ булһа ла, сикләүҙәр күрмәһен.

Галина Морозова.

Фото: “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды.

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас