Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2025, 16:57

Алдынғы технологиялар – табиптарҙың уң ҡулы

Велоэргометр – физик көсөргәнеште диагностик мәғлүмәткә әүерелдереүсе үҙенсәлекле тренажер. Пациент педалдәрҙе әйләндерә, ә табип монитор аша электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, йөрәк тибеүе йышлығын күҙәтә.

Алдынғы технологиялар – табиптарҙың уң ҡулыАлдынғы технологиялар – табиптарҙың уң ҡулы
Алдынғы технологиялар – табиптарҙың уң ҡулы

Өфөнөң  8-се ҡала дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы,   яңы заманса медицина ҡорамалы – велоэргометр алынды.

 Велоэргометр – физик көсөргәнеште диагностик мәғлүмәткә әүерелдереүсе үҙенсәлекле тренажер. Пациент педалдәрҙе әйләндерә, ә табип монитор аша электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, йөрәк тибеүе йышлығын күҙәтә. Система автоматик рәүештә көсөргәнеш кимәлен көйләй, тикшереүҙең теүәллеген һәм уңайлығын арттыра.

 –Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу беҙгә яңы заманса ҡорамалдар алырға һәм алдынғы медицина технологияларын  ҡулланыуға индерергә ярҙам итә. Был пациенттарыбыҙҙың  сирҙәрҙән һәм имгәнеүҙәрҙән һуң сәләмәтлеген нығытыуға, һөҙөмтәле реабилитациялауға  булыша , – тип билдәләне 8-се ҡала дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас