

Ғаилә башлығы Азат Миңнур улы менән ҡатыны Гөлфирә Фазылйән ҡыҙы ныҡлы ғаилә ҡороп, балаларына белем биреп, эшкә өйрәтеп, бөгөн тыуған ауылдарында донъя көтә. Шәхси хужалыҡтарында күпләп мал аҫрап, етеш тормошта йәшәүсе Нурғәлиндар һәр көндөң ҡәҙерен белеп ҡалырға тырыша. Гөлфирә Фазылйән ҡыҙы Вәлит ауылы урта мәктәбенең 11-се класын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Хәйбулла” совхозында һауынсы булып башлай. Өс йыл тирәһе эшләгәндән һуң, урындағы почта бүлексәһенә күсә һәм әлеге көнгә тиклем эшләүен дауам итә. Бер үк ваҡытта мәктәптә лә эшләй. Ғаилә башлығы Азат Миңнур улы 8-се класты тамамлағандан һуң, Баймаҡауыл хужалығы техникумында уҡып, механик һөнәрен
ала. Ҡулына таныҡлыҡ алғас та хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 47-се һанында уҡығыҙ