Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2025, 16:13

Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!

«Илгә бындай һынау килгәндә, тик кенә ятып булмай, хәлдән килгәнсе ярҙам итке килә. Изге теләктәр менән теккән  юрғандар яугирҙарҙы йылытһын, һағалап торған утлы бәлә-ҡазаларҙан аралаһын!» – тиеп Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда  дронға ҡаршы юрғандар тегәләр.

Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!

«Илгә бындай һынау килгәндә, тик кенә ятып булмай, хәлдән килгәнсе ярҙам итке килә. Изге теләктәр менән теккән  юрғандар яугирҙарҙы йылытһын, һағалап торған утлы бәлә-ҡазаларҙан аралаһын!» – тиеп Йәнтеш ауылы мәҙәниәте йортонда  дронға ҡаршы юрғандар тегәләр.

–Махсус хәрби операция башланғандан алып һалдаттарға һәр яҡлап әүҙем ярҙам итәбеҙ. Йәнтеш мәҙәниәте йортонда иң беренселәрҙән булып ҡурсалаусы селтәрҙәр үрә башланыҡ. Даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙатабыҙ, меңдән ашыу окоп шәмдәре эшләнек. «Ағинәйҙәр» клубы, «Әхирәттәр» төркөмө ҡатын-ҡыҙҙары, ауылда йәшәгән инәй-апайҙар  менән йылы ойоҡтар һәм башҡа һалдатҡа кәрәкле бар ваҡ-төйәкте барлап, ярҙамға ебәреп торабыҙ. Шулай уҡ үҙем ойошторған тик ир-егеттәрҙән генә торған «Изгелек» төркөмө бар. Барыһы ла һәр төрлө башланғысҡа әүҙем ҡушылалар. Әле бына яңы эш башланыҡ – дрондан ҡурсалаған юрғандар тегәбеҙ. Район үҙәгендәге «Тыуған тыл» ойошмаһы етәксеһе Юлиә Ғәлиева һәм ирекмән Филүзә Ишемғолова кәрәкле материалдарҙы бирҙеләр. «15 декабрға тиклем 80 юрған тегәбеҙ!» тигән йөкләмә алып, ҡыҙыу эш башланыҡ. Ҙур теген машинаһы бар. Бүребайҙан Нәфиә Ҡәйепова килеп, юрған тегергә өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Тегенселәребеҙ өсәү – Зилиә Исҡужина, Мөнирә Таһирова, Сәйҙә Исҡужина. Дрондарҙан һаҡлаған япмаларҙы бөтә ҡағиҙәләренә тап килтертеп, бик һаҡ тотоноп, Гөлнур Моталова, Зилә Сынбулатова, Фәниә Арыҫланова, Ләйсән Бикбова, Фируза Моталова, Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндар, Филүс Билалов, Фәйзулла Исҡужин, Айҙар Иштанов, Нурислам Моталов, Салауат Исҡужин материалды тәләф итмәй генә ҡырҡырға ярҙам итте. Ә тегенселәребеҙ иһә йәһәт кенә юрған итеп тегеп  ҡуйып,  10 көн эсендә алған йөкләмәбеҙҙе үтәнек. Көн һайын мәҙәниәт йортонда  кис йыйылып, тиҙ арала юрған әҙерләй алыуҙары үҙе маҡтауға лайыҡ, – тиеп эш барышы менән таныштырҙы Йәнтеш мәҙәниәте йорто етәксеһе һәм ирекмән  Лена Ултраҡова.

Ул 40 йылдан ашыу эш тәжрибәһе булған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һәр эшкә яуаплы ҡараған, ауылдаштарының хәлен, күңел торошон күрә белеп, әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға тәүге көндәрҙән алып ярҙам ойошторған, һәр башланғысты үҙенең йөрәк ҡушыуы менән күтәрмәләп алып,  башлап йөрөгән тынғыһыҙ ирекмәндәрҙең береһе ул. “Парафин, консерваларҙы һәм башҡа кәрәкле материалдарҙы үҙебеҙ яҙҙырып һатып  алабыҙ. Кис йыйылып, эш араһында сәйен дә ҡайнатып, булған һорауҙарҙы уртаға һалып кәңәшләшеп, бергә булып, берҙәм булып эшләнгән эш», – тип белдерә үҙенең хеҙмәте хаҡында Лена Фуат ҡыҙы. Ысынлап та, шундай егәрле оҫталар барҙа һәр эш тә тиҙ ырай.  Алтын ҡулдарының йылылығын ҡалдырып,  үҙҙәренең эштәре менән яуҙағы һалдаттарыбыҙҙы ҡурсалайҙар.

-Шулай уҡ Йәнтеш мәҙәниәте йортонда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсаты менән  ир-егеттәрҙән генә торған  “Изгелек” төркөмөн ойошторҙом.  Сөнки ниндәй генә  эште башлаһаң да һәр саҡ ирҙәр ҡулы кәрәк.  Нурислам Моталов, Вәлиәхмәт Исҡужин, Әхмәтйән Исҡужин,Айҙар Иштанов, Фәйзулла Исҡужин, Зәйнетдин Моталов, Салауат Исҡужин, Филүс Билалов һәр эште бергәләп башҡаралар. Ауыл халҡынан  йыйылған финанс ярҙамына алынған  материалдар менән Йәнтеш мәҙәниәте йортонда махсус хәрби операция башланғандан алып  бер туҡтауһыҙ эш бара. Әҙер булған окоп шәмдәрен, маскировка селтәрҙәрен, пәрҙәләрен, үрелгән арҡандарҙы  һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы гуманитар ылау йыйылған һайын оҙатабыҙ. Мәҫәлән, мунса өсөн Һаҡмар йылғаһынан йыйылған аҡ таштар бөтөн фронт буйлап таралды. Тәүге йылдарҙа хатта ҡар аҫтынан аҡ таш йыйған саҡтарыбыҙ ҙа булды. Был эштә Вәлиәхмәт Исҡужиндың ярҙамы ҙур. Юныс Иштанов бәйләп биргән миндектәрҙе, үҙе йыйған үлән сәйҙәрҙе иһә һанап бөтөп тә булмай.  Йәй  «Ер ҡото» тип аталған сара ойоштороп,ҡырҙа аш-һыу әҙерләп, райондарҙан килгән йөҙҙән ашыу кешене ҡаршыланыҡ.  Яугир әсәләренә йыйылып, тәбиғәттә бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеген ойошторҙоҡ. Алдағы көндәрҙә «Әсәйҙәрҙең йөрәк ауазы» тигән район күләмендәге сара уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Бер үк эш ағымы менән «Һаҡмар» халыҡ театры һәм өлгөлө балалар театры “Тәкәлтау” менән  һуғыш тураһында спектакль дә әҙерләйбеҙ. Ваҡыт менән иҫәпләшер, өйҙә ятыр заман түгел. Эште лә, ярҙамыбыҙҙы бергә алып барабыҙ. Бар башланғыстарҙы бергәләп атҡарып сығырға ярҙам иткән һәм аҡса йыйған саҡта, юҡ тимәй, үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен. Махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға битараф булманыҡ, тип ысын ғорурланырлыҡ, һәр саҡ ярҙам итеүсе асыҡ йөрәкле кешеләребеҙ булды,тип уларҙы исемләп һанап әйтә алабыҙ. Барыһы ла Еңеү өсөн! – тип һүҙен тамамланы тырыш хеҙмәте менән хөрмәт яулаған ирекмән Лена Фуат ҡыҙы.  Ирекмәндәрҙең бар изге башланғыстарына тик уңыштар теләйек, ярҙамдары яугирҙәребеҙгә рухи көс өҫтәһен, иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар.

Зимфира Ҡасҡынова.

 

 

 

Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!
Илгә һынау килгәндә тик ятып булмай!
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас