Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2025, 07:09

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды

-

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алдыХалыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды

Ағымдағы йылда район халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә капиталь ремонт яһалды. Әле үҙәктә клиенттар, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә шарттар булдырылған.

Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Хәйбулла районы буйынса территориаль бүлеге начальнигы Азамат Дәүләтбаев кадрҙар үҙәге бинаһының ремонттан һуң яңырыуы тураһында мәғлүмәт бирҙе.

- «Демография» милли проекты ярҙамында беҙҙең халыҡ мәшғүллеге үҙәге, хәҙер кадрҙар үҙәге, тышҡы яҡтан ғына түгел, эске яҡтан да үҙгәрҙе һәм яңы, комплекслы сервистар тәҡдим итә. Хәҙер эш эҙләү еңелерәк: бөтә кәрәкле хеҙмәттәр бер урында – «бер тәҙрә» принцибы буйынса эшләгән кадрҙар үҙәгендә йыйылған. Ремонттан һуң үҙәк яҡтыраҡ, сағыуыраҡ һәм уңайлыраҡ булып ҡалды. Клиенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы булһын өсөн ул яңы мебель һәм заманса техника менән йыһазландырылды. Яңы форматта бер нисә зона ҡаралған: мәғлүмәт биреү һәм көтөү, эш эҙләүселәр менән эшләү, шулай уҡ төркөм дәрестәре өсөн зал. Районыбыҙ граждандары һәм эш биреүселәре берҙәм һанлы платформала электрон форматта ала алған кадрҙар үҙәгенең хеҙмәттәр спектры байтаҡҡа киңәйтелде, - тине Азамат Мансур улы.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ремонттан һуң яңы төҫ алды
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас