Ирекмән ярҙамы
Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға, уларҙың ғаиләләренә ихлас йөрәктән ярҙам итергә ынтылып торған ирекмәндәребеҙҙең һаны арта. Уларҙы ил яҙмышы, хәрби бурыстарын ҡаһармандарса үтәгән һалдаттарға ярҙам итеү –терәк булыу теләге берләштерә. Бына шундай ирекмәндәрҙең береһе –Ивановка ауылынан Ильяс Атанов. Ивановка ауылында тыуып үҫеп, армиянан элемтәсе булып хеҙмәт итеп ҡайтҡас оҙаҡ йылдар тракторист булып эшләй ул. Колхоз таралғас “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләүен дауам итә. 2020 йылда хаҡлы ялға сыҡҡан Ильяс Ҡорман улы үҙенең нисек ирекмән булып китеүе хаҡында һөйләп,яугирҙарға булған изге теләктәрен еткерҙе. “Аҡъярҙағы “Тыуған тыл” ирекмәндәренең һалдаттарға оҙатҡан гуманитар ярҙамдарын күреп шул ойошмаға көрәк һаптары эшләп, балталар һаплап ҡалдыра башланым. Дрондарҙан ҡурсалаған япмалар һәм ҡормалар, маскировка селтәрҙәре эшләнем. Артабан арҡан-“канат” үреүҙе башланым. Арҡан үреү өсөн бау сүреһе кәрәк. Көнөнә 8, 9 метрлыҡ бер сүре бауҙы бөтөрөп, 20 -ләп арҡан эшләгән ваҡыттарым да булды. Заманында бауҙан нисек арҡан эшләнгәнен күреп, үрергә өйрәндем. Ул арҡандар ныҡ, ҙур тимер слесарь станоктарын тарттырғанда ла өҙөлмәй ине. Бау сүреләре алырға финанс яҡтан фермерыбыҙ Борис Хәмитйән улы ярҙам итә. Ауыл советы етәксеһе Елизавета Абдуллина менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Дрондан ҡурсалаған япмалар үргәндә Әхмәр Карпеев , Николай Морахтанов, Фаил Билалов ярҙам итә.Окоп майшәмдәрен күпләп эшләп тапшырам. Ауылдаштарым ярҙам итә. Ҡатыным, Фәхирә Ишкилде ҡыҙы МХО-ға ярҙам итеү эштәремде башлағанымды күрһә – ярҙамға ҡушыла. Үҙем армияла булған кеше, яу ҡырында, сит яҡта бар нимә лә кәрәк. Яугирға ярҙам итә алабыҙ икән - тимәк артабан да шулай тырышасаҡбыҙ! Иҫән-имен , еңеү менән ҡайтһындар!”, -тип, изге теләктәрен белдерә хаҡлы ялдағы 60 йәшлек ирекмән Ильяс Атанов. Үҙенең эшен ябай ғына ҡабул итеп, ысын күңелдән МХО биләмәһендәге һалдаттарға ярҙам итергә тырышыуы күптәргә үрнәк. Кеше матур эше менән. Бар изге башланғыстарында уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Зимфира Ҡасҡынова.