Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2025, 19:55

Яугирҙар йортона - алтаҡталар

Яугирҙар бер ваҡытта ла онотолмаһын, ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе тойһон. Ил һағында торған яугирҙар иҫән-һау ҡайтһындар. Был алтаҡтаталар бында Ватан өсөн батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән ҡыйыу яугир йәшәй, был ҡаһармандар йорто, тиеп күрһәтеп тора.

Яугирҙар йортона – алтаҡталар

Йәнтеш ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  иғтибар, хөрмәт йөҙөнән улар йәшәгән йорттарға  «МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың йорто» тигән алтаҡта ҡуйғандар. 

«Был эш нисек ойошторолдо?» – тигән һорау менән был күркәм башланғыста ярҙам итеүсе — Себер тарафтарында йәшәһә лә тыуған ауылы тормошона бер ваҡытта ла битараф булмаған һәм һәр саҡ ярҙамға әҙер Азамат Торомтаевҡа мөрәжәғәт иттек.

«МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙың йорто» алтаҡтаһы  һалдаттарҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн, шулай уҡ  әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәүселәргә һәм яуҙа булып ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға иғтибар күрһәтеү, ярҙам итеү  маҡсатында ауылдаштар менән бергәләп атҡарылған сара. Был башланғысҡа финанс яҡтан ярҙам итергә Рәфҡәт Ғиләжев, Айнур Исҡужин, Айбулат Исҡужин, Вил Исҡужин, Айрат Иштанов, Хөрмәт Байғусҡаров, Фәнис Моталов, Әхәт Ғиләжев, Вәкил Иштәкбаев  һәм үҙем ихлас ҡушылып, ярты сәғәт эсендә аҡса йыйып, кәрәкле сумманы йыйҙыҡ.  Әйткәндәй, йәнтештәр менән һалдаттарға  даими ярҙам итеп торабыҙ.  Яугирҙар бер ваҡытта ла онотолмаһын, ҡәҙер-хөрмәтебеҙҙе тойһон. Ил һағында торған яугирҙар иҫән-һау ҡайтһындар. Был алтаҡтаталар бында Ватан өсөн батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән ҡыйыу яугир йәшәй, был ҡаһармандар йорто, тиеп күрһәтеп тора.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ ҙа бар — Булат Юныс улы Иштанов. Ул – беҙҙең яҡты хәтерҙә ҡаласаҡ», – тип һүҙен тамамланы Азамат Сәйет улы.

Иғтибар һәм ихтирам йөҙөнән ҡуйылған алтаҡталар Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндар, Фәниә һәм Рәшит Арыҫлановтар, Розалия һәм Йәндәүләт Моталовтар, Фәнүзә һәм Юныс Иштановтар, Гөлназ Ҡужина, Зәкиә Ғәббәсова, Нәзифә Аҡҡужина, Зөбилә Дәүләтбаева, Рәмзиә һәм Иҙел Исҡужиндар, Зилә һәм Илшат Сынбулатовтар, Зөлфирә һәм Рафаил Ишкилдиндәр  йорттарына ҡуйылған.

«Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Башҡортостан Республикаһында махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә мобилизацияланған, Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яугирҙар йәшәгән йорттарға алтаҡта ҡуйырға,  тигән идеяны тормошҡа ашырырға ярҙам иткәндәре өсөн ауылдаштарыма оло рәхмәтлемен. Был йорттарҙа йәшәүселәр уны ҡәҙерле бер бүләк кеүек ҡабул итте. Ауылдаштар, бигерәк тә балалар был таҡтаташты күреү менән был йортта, батыр, тыныслыҡ өсөн көрәшеүсе, ҡаһарман һалдат йәшәй тип ҡабул итәсәк. Ватанын һаҡлап яуға күтәрелгән батырҙар хөрмәтенә ҡуйылған алтаҡтаталар киләсәк быуында илһөйәрлек, иғтибарлылыҡ тойғоһо тәрбиәләнеүенә үҙ өлөшөн индерәсәк», —ти Гөлназ Ҡужина.

Һәр өйгә алтаҡталарҙы беркетеүҙә Вәкил Иштәкбаев, Рәфҡәт Ғиләжев, Фәйзулла Исҡужин, Фәнис һәм Нурислам Моталовтар, Айрат, Мостафа һәм Ильяс Иштановтар ҡатнҡашҡан.  Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, махсус операция биләмәһендә илебеҙ именлеген һаҡлаған ир-егеттәр тиҙерәк  иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтһындар.

Зимфира Ҡасҡынова

Яугирҙар йортона - алтаҡталар
Яугирҙар йортона - алтаҡталар
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас