

Башҡортостанда инвалидлыҡ билдәләнгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең йорттарын яраҡлаштырыу буйынса эш дауам итә.
Был эш менән “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондының республика филиалы шөғөлләнә. Торлаҡҡа “Аҡыллы йорт” системаһы урынлаштырыла, таймай торған япма, махсус ҡорамалдар ҡуйыла, һәр осраҡ айырым хәл ителә.
Бәләбәй районында ике ветеранға торлаҡты йәшәү өсөн яраҡлаштыралар. Документтарҙы әҙерләргә социаль координатор ЮлияХөсәйенова ярҙам иткән.
Приют ҡасабаһынан Илнур Нағуманов бөгөн йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Түләүҙәр алғандан һуң балалар йортона ярҙам күрһәткән.
Шамил Мадгазин 2022 йылда мобилизациялана. Яраланғандан һуң инвалидлыҡ тәғәйенләйҙәр. Әле ул йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү менән шөғөлләнә.
Дамир Иванов һәм Рәүис Шафиғуллин – Баҡалы районы ветерандары. Уларға документтар әҙерләргә социаль координатор Анжела Алсынова ярҙам иткән. Дамир ғаиләһе менән Баҡалы ауылында йәшәй. Әле спорт менән шөғөлләнеү өсөн протез килеүен көтә. Киләсәктә ул эшкә урынлашырға уйлай. Рәфис Шәфиғуллин “Ватанды яҡлаусылар”фонды сараларында әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ протез әҙер булыуын көтә. Мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫҡан, эш башларға теләй.
Әбйәлил районынан Данил Хужиндың да торлағын йәшәү өсөн уңайлы итеп яраҡлаштырасаҡтар. "Мин социаль координатор Гөлназ Фәрүәз ҡыҙына хәстәрлеге өсөн бик рәхмәтлемен. Ул миңә яугирҙәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән программала ҡатнашырға ярҙам итте", ти Данил Хужин.
–Торлаҡты яраҡлаштырыу – ремонт ҡына түгел, ә һәр ветерандың ихтыяжына ярашлы хәүефһеҙ һәм уңайлы биләмәлә йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыу тигән һүҙ ул, - тине республика фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.
Айырыуса ауыр яралар алған геройҙарға ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың өйгә ҡайтҡандан һуң эшләүе, уҡыуы, спорт менән шөғөлләнеүе, тормош көтөүе бик мөһим. Республикала 2024 йылдың ғинуарынан 2025 йылдың ноябренә тиклем торлаҡты үҙгәртеп ҡороуға 198 заявка бирелгән.
Фото:Ватанды яҡлаусылар" фонды филиалы.