Яңылыҡтар
21 Ноября 2025, 07:21

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәйриә йәрминкәһе үтте.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙҮҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн хәйриә йәрминкәһе үтте. “Беҙ бергә – көс” хәйриә фонды һәм “Хәйбулла ирекмәндәр” ирекмәндәр хәрәкәте берләшеп, был сараны ойошторҙо. Йәрминкәгә халыҡ өйҙә әҙерләнгән төрлө ҡайнатмалар, тәмле компоттар һәм тоҙламалар,  яңы ғына бешерелгән бәлештәр һәм башҡа  ризыҡтарҙы һатыуға алып килде.

- Бөгөн беҙ район йәрминкәһен үткәреү өсөн йыйылдыҡ. Иҫәпкә килгән бөтә средстволар 15 декабрҙә китәсәк гуманитар ярҙам ебәреүгә йүнәлтеләсәк. Беҙ яугирҙарға төҙөлөш материалдары һатып алырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Йәрминкәлә ҡатнашыусылар төрлө ҡамыр ризыҡтары бешергәндәр, төндә манты эшләгәндәр. “Изгелек”  кәрзине эшләй. Йәрминкәлә Бүребай, Татыр-Үҙәк, Яңы Ергән, Подольск, Сәғит, Савельевка, Аҡъяр, Федоровка, Ивановка ауылдары халҡы әүҙем ҡатнаша, - тине “Бергә беҙ - көс” хәйриә фонды рәйесе Светлана Луценко.

- Һыуыҡтар башланды, яугирҙар өшөй һәм блиндаждарҙы нығытыу өсөн төҙөлөш материалдары һорайҙар. Шуға күрә беҙ, ике ирекмәндәр ойошмаһы берләшеп, төҙөлөш материалдары һатып алыу өсөн аҡса эшләргә булдыҡ. Яугир ҡатыны булараҡ, бөтә район халҡын ярҙамға ҡушылырға, бындай сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Бындай саралар хәрби рух, илһөйәрлек кәйефен күтәрә һәм яугир егеттәргә ярҙам итеүгә, еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөңдө аңлауҙан ҡәнәғәтлек кисерәһең. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине “Хәйбулла ирекмәндәре” хәрәкәте вәкиле Зилә Кәримова.

Йәрминкә берҙәмлек байрамына әүерелде. Һәүәҫкәр артистар башҡарыуында йырҙар сараға йәм өҫтәне. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, был көндө йәрминкәнән тыш, чаттарҙа ла аҡса йыйыу дауам иткән һәм дөйөм көс менән 100  мең һум аҡса йыйылған. Бөтә финанс саралар яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр һәм төҙөлөш материалдары алыуға йүнәлтеләсәк.

Фекерҙәр:

 

Раушания Такаева,  Татыр-Үҙәк ауылы:

-Йәрминкәгә Татыр-Үҙәк ауылы халҡы биргән төрлө ҡамыр ризыҡтары, тоҙламалар, салаттар алып килдем. Ауылдаштарыбыҙ менән яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәреүҙә һәр саҡ шулай ҡатнашабыҙ. Берҙәмлектә – көс. Тиҙ арала махсус хәрби операция тамамланһын, ир-егеттәр ғаиләләре, яҡындарына иҫән-һау ҡайтһын.

Мәүлиҙә Иҫәнбаева, Аҡъяр ауылы:

  • “Бергә беҙ – көс” хәйриә фонды ирекмәнемен. Йәрминкәлә һатыуға бәлештәр бешереп алып сыҡтым. 15 декабрҙә яугирҙарға гуманитар ярҙам ебәрергә әҙерләнәбеҙ. Ир-егеттәр беҙҙең күңел йылыһын да тойор тип өмөтләнәбеҙ.Тиҙерәк һуғыштар бөтһөн, балалар ата-әсәләре, ғаиләләре янына имен-һау ҡайтып, яҡындарын ҡыуандырһын, тип теләйбеҙ.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас