Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2025, 04:08

Таналыҡ аша күпер 95 процентҡа әҙер

Ҡоролма Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен тоташтырыусы трассала урынлашҡан, был төбәктәр араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә.

Таналыҡ аша күпер 95 процентҡа әҙерТаналыҡ аша күпер 95 процентҡа әҙер
Таналыҡ аша күпер 95 процентҡа әҙер

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылы янында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Аҡъяр — Новочеркасск — Ырымбур өлкәһе сиге юлында Таналыҡ йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау тамамлана. Уның әҙерлеге 95 процентҡа еткән, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығында.

Оҙонлоғо 131 погон метр булған яһалма ҡоролмала 49 балка ҡуйылған, күпер япмаһы яңыртылған, тротуарҙар, барьер һәм периль ҡоймалары һәм башҡалар йыһазландырылған.

- Был күпер Башҡортостандың Хәйбулла районында йәшәүселәр өсөн мөһим, унда 28 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ҡоролма Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһен тоташтырыусы трассала урынлашҡан, был төбәктәр араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Күперҙе капиталь ремонтлау ваҡытында йөрөү ваҡытлыса урау юл буйлап үтә. Шуға күрә был күперҙе норматив хәлгә килтереү һәм республикабыҙ халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булдырыу мөһим ине, - тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Күперҙәге бөтә эштәрҙе 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 1260 погон метрҙан ашыу 12 яһалма ҡоролма тәртипкә килтереләсәк. 2025 йылдың ноябренә ҡарата биш күперҙә эштәр тамамланған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ете яһалма ҡоролмала эштәрҙе тамамлау ҡаралған.

Фото: Транспорт министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас