Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2025, 07:35

Хеҙмәттә сыныҡҡан яҙмыш

«Эшем мине яратты, мин эшемде яраттым», ти Зәйтүнә Атанова

Хеҙмәттә сыныҡҡан яҙмышХеҙмәттә сыныҡҡан яҙмыш
Хеҙмәттә сыныҡҡан яҙмыш

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында улар бала булып ҡала, әммә уның бар ауырлыҡтарын тулыһынса үҙ иңендә татыйҙар.  Шул осорҙоң михнәттәрен үтеп, тормоштоң әсе-сөсөһөнә бирешмәйенсә, күңел матурлығын һаҡлай белгән тыл ветерандарыбыҙҙың яҙмышы күптәребеҙгә үрнәк булып тора.

Ҡәһәрле һуғышта сабый ғына көйө атаһын юғалтҡан Зәйтүнә Муса ҡыҙы Атанова Ғәлиәхмәт ауылынан бер-нисә самаһы саҡрым ерҙә – Ибраһим ауылында 1940 йылда Ҡужағилдиндарҙың ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килә. Дәһшәтле йылдарҙың шауҡымы арҡаһында ғаиләлә ни бары ике бала ғына тере ҡала ағаһы Ғайса һәм Зәйтүнә. Аталары Муса Әбдрәхмән улы 1942 йылда Сталинград эргәһендәге ҡаты алыштарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғала.

    тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ

    Автор:Лира Такалова
    Читайте нас