

Өфөнөң вуз-ара кампусында “Импульсмедиа” медиафорумы һәм «Йыл медиасыһы” I республика студенттар премияһы үтте. Сараны кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһы университеттары студенттары араһынан йөҙ медиабелгес бында уҡыуҙа ҡатнашырға һәм 2025 йылдың иң яҡшы медиасыһын асыҡларға тип йыйылды.
- Бөгөн студенттар медиасферала контент булдырыуға яңы идеялар, перспективалар һәм уникаль алымдар алып килә. Йәштәр заманса технологияларҙы һәм платформаларҙы әүҙем ҡуллана, был индустрияның үҙгәреүсән шарттарына тиҙ яраҡлашырға мөмкинлек бирә, – ти Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Форум программаһына медиа эшенең алты йүнәлеше буйынса тәжрибәле эксперттарҙан түңәрәк өҫтәлдәр, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре инде: “Автор ҡарашы” – фотоһүрәт, “Һүҙ көсө “ – төркөмдәр алып барыу, “Коммуникация дизайны” – социаль селтәрҙәрҙең биҙәлеше, “Мәлде тотоп ҡал” – ҡыҫҡа роликтар, “25 кадр” – видеография, шулай уҡ “Медиакоманда менән идара итеү”.
Яңы өйрәнгән белемде йәштәр шунда уҡ ғәмәлдә ҡуллана, коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған компанияларҙан килгән мәсьәләләрҙе сисә һәм үҙ эшен баһалама ағзаларына тәҡдим итә. Командаларҙың иң яҡшы вәкилдәре проекттың партнерҙары булған ойошмаларға стажировкаға саҡырыу һәм ойоштороусыларҙан иҫтәлекле бүләктәр алды.
Проектты ойоштороусылар һәм ирекмәндәр командаһы ӨДНТУ, ӨФһТУ һәм БДПУ студенттарынан тора. Был республика студенттарын берләштереүгә булышлыҡ итергә, йәштәрҙе башҡа медиаүҙәктәр менән таныштырырға, шулай уҡ республикалағы студенттар мәғлүмәт сараларның иң әүҙем һәм һәләтле вәкилдәрен дәртләндерергә мөмкинлек бирҙе.
“Йыл медиасыһы” премияһы лауреаттары:
Йыл фотографы: Светлана Семенова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ;
“Йыл дизайнеры”: Илшат Мөхәмәҙиев, ӨДНТУ;
“Йыл репортеры”: Илгиз Хилажев, ӨФһТУ;
“Йыл видеографы”: Анастасия Бочкарева, БДАУ;
“Йыл етәксеһе”: Зарина Заһитова, ӨФһТУ.
Проект «Росмолодежь» йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында тормошҡа ашырылды.
Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/