

Грипҡа ҡаршы прививка яһау ни өсөн кәрәк?
1. Үҙ һаулығын һаҡлау
Грипп етди өҙлөгөүҙәр тыуҙыра, бигерәк тә оло йәштәгеләр, балалар һәм хроник сирле кешеләр араһында. Прививка грипп менән сирләү хәүефен кәметә һәм пневмония, бронхит һәм хроник ауырыуҙарҙың киҫкенләшеүе кеүек өҙлөгөүҙәр ихтималлығын кәметә.
2. Инфекция таралыуын иҫкәртеү
Вакцинациянан һуң организм вирустан һаҡлаусы антитәнсәләр сығара. Был сирҙең тирә-яҡтағыларға, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, балаларға һәм йөклө ҡатындарға таралыуын булдырмаҫҡа ярҙам итә.
3. Иммун системаһын яҡлау
Прививка иммун системаһын стимуллаштыра, уға вирус менән осрашыуға әҙерләнергә ярҙам итә. Был бигерәк тә иммун системаһы йәш, стресс йәки ауырыуҙар арҡаһында көсһөҙләнгәндәр өсөн мөһим.
4. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге
Заманса прививкалар йһайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдимдәре нигеҙендә әҙерләнә. Уларҙа был миҙгелдә әйләнештә булған иң киң таралған вирус штамдарының антигендары бар.
Шулай итеп, вакцина гриппты иҫкәртеүҙең мөһим ҡоралы булып тора һәм һәр кешенең һәм тотош йәмғиәттең һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итә.