Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2025, 11:32

Оборона министрлығы вуздары уҡырға саҡыра

Хәрби- уҡыу  йорттарына  ҡабул итеү башҡа вуздарға ҡарағанда иртәрәк башлана, был башҡа уҡыу йорттарында бер юлы һынау үтеүгә мөмкинлек бирә

Оборона министрлығы вуздары уҡырға саҡыраОборона министрлығы вуздары уҡырға саҡыра
Оборона министрлығы вуздары уҡырға саҡыра

Оборона министрлығы юғары уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн  1 апрелгә тиклем йәшәгән урын  буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк,  тип хәбәр иттеләр республика хәрби комиссариатында.

Кандидаттар  тәүҙә медицина тикшереүен, профессиональ психологик  һайлап алыу этабын үтә, физик әҙерлек һәм Берҙәм дәүләт имтиханы  һәҙәмтәһе тикшерелә.  Бөтә ошо этаптарҙы үткәндән һуң  конкурс ойошторола.

Кандидат Рәсәй гражданы булырға тейеш.  Армияла хеҙмәт итмәгәндәр 16-нан 22 йәшкә тиклем, хеҙмәт итеп ҡайтҡандар 18-ҙән 24 йәшкә тиклем вузға уҡырға инә ала.  Урта хәрби –махсус әҙерлекле граждандар өсөн 30 йәшкә тиклем уҡырға инергә мөмкин.

Белем тураһында документ – урта дөйөм белем тураһында аттестат йәки диплом булыуы,  сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәткә ярашлылыҡ шарт. Хөкөм ителеүҙең көсөндә булмауы йәки  суд тарафынан тәғәйенләнгән  язаның үтәлеүе мотлаҡ.

Хәрби-уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндәр бушлай уҡыуға, 17-37 мең  һум күләмендә аҡсалата тәьмин ителеүгә  хоҡуҡлы. Улар тулы дәүләт тәьминәтендә (туҡланыу, йәшәү, кейенеү, отпуск үткәреү урынына  бушлай барыу, В һәм С категорияларына  водитель танытмаларын бушлай алыу).

 Хәрби- уҡыу  йорттарына  инеү башҡа вуздарға ҡарағанда иртәрәк башлана, был башҡа уҡыу йорттарында бер юлы һынау үтеүгә мөмкинлек бирә. Вузды тамамлағандан һуң юғары белем алыу тураһында дөйөм дәүләт өлгөһөндәге диплом тапшырыла.  Хеҙмәткә урынлашыу гарантиялана. Аҡсалата тәьмин итеүгә  төрлө өҫтәмәләр ҡаралған. Лейтенанттың  уртаса аҡсалата  тәьмин ителеше  75-90 мең һум тәшкил итә. Хәрбиҙәр  хеҙмәт итеү урынында торлаҡ менән тәьмин ителә, запасҡа оҙатылғанда бушлай торлаҡ бирелә.

 Бөтә өҫтәмә мәғлүмәтте алыу өсөн  урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итегеҙ йәки  8 (347) 253-13-48 телефонына шылтыратығыҙ. Рәсәй Оборона министрлығының  рәсми сайтында юғары уҡыу йорттарының  исемлеге һәм уҡыуға ҡабул итеү ҡағиҙәләре  бирелгән.

 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!

Ринат Рәжәпов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас