Яңылыҡтар
13 Ноябрь 2025, 11:39

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булды

-

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булдыБР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булды
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булды

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова районда эш сәфәре менән булды. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Хәйбулла районы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ депутат Ғаилә хеҙмәтендә үткән сарала  яугир әсәйҙәре менән аралашты, район ирекмәндәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әҙерләгән маскировка селтәрҙәре, дрондан ҡурсалаусы юрғандар һәм башҡа эштәре менән танышты. “Хәйбулла ирекмәндәре еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә, шуға күрә уларға рәхмәт белдерәм. Егеттәр тыуған яҡтың ярҙамына, беҙҙең күңел йылыһына мохтаж. Шуға күрә киләсәктә лә ирекмәндәр яугирҙарҙың заказдары буйынса гуманитар ярҙам ебәреп торһондар”, - тигән теләк белдерҙе Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булды
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова районда булды
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас