

Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта һәм “Физик шәхестәр һалымдары” мобиль ҡушымтаһында хәбәрҙәрҙе алыу, һалымды уңайлы түләү уңайлы.
Шәхси кабинетҡа “Дәүләт хеҙмәттәре” порталын файҙаланыусының иҫәп яҙыуы буйынса инергә мөмкин. Шулай уҡ Күп функциялы үҙәккә йәки һалым органына мөрәжәғәт итергә була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаған документ кәрәк.
“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һалым түләү тураһындағы мәғлүмәттәрҙе алырға һәм һалымды түләргә була. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәте сайтының “Дәүләт хеҙмәттәрендә һалым иҫкәртеүҙәре” бүлегендә белергә мөмкин.
Һалымды быйыл 1 декабргә тиклем түләйбеҙ.
Сығанаҡ, фото: Федераль һалым хеҙмәте.