Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2025, 04:23

Иңдәрендә оло яуаплылыҡ

Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Райондаштарҙың тыныслығы, именлеге күп йәһәттән полиция хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ эшенә бәйле. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ ята уларҙың. Районда үткән ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, спорт сараларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр ҙә улар.

Иңдәрендә оло яуаплылыҡИңдәрендә оло яуаплылыҡ
Иңдәрендә оло яуаплылыҡ

Полицияның өлкән лейтенанты Рифат Йәрмөхәмәтов енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынғандарҙы, ғәйепләнеүселәрҙе ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы урынбаҫары вазифаһын үтәй.
Рифат Әхмәтхан улы Баймаҡ районы Күлтабан ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. 9-сы класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. 2009 йылда ҡулына диплом алғас та әрме сафына алына. Бер йыл Һарытау өлкәһенең Светлый ҡасабаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә намыҫлы хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Бер нисә йыл Сибай, Сорғот, Магнитогорск ҡалаларында эшләгәндән һуң, 2017 йылда дуҫы саҡырыуы
буйынса, Аҡъяр ауылындағы полиция бүлегенә эшкә урынлаша. Башта ваҡытлыса тотоу изоляторының дежур төркөмө ярҙамсыһы булып эшләй. Алсаҡ күңелле һәм тырыш Рифат Әхмәтхан улы үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, коллегалары араһында абруй ҡаҙана, ышаныслы иптәш була. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған егетте Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ-ның юл хәрәкәтен күҙәтеү дәүләт инспекторы, һуңынан административ ҡануниәтте үтәү буйынса өлкән инспектор итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо йылдар арауығында ситтән тороп Новотроицк ҡалаһы институтының юридик факультетын тамамлай ул. 2024 йылдың октябренән Рифат Йәрмөхәмәтов Ваҡытлыса тотоу изоляторы начальнигы урынбаҫары вазифаһын
үтәй.

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 44-се һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас