Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2025, 07:10

Башҡортостан студенттары йыйыла

Мәскәүҙә Башҡортостандан сыҡҡан студенттар өсөн “Яҡташ” форумы була.

Башҡортостан студенттары йыйылаБашҡортостан студенттары йыйыла
Башҡортостан студенттары йыйыла

19 ноябрҙә Мәскәү ҡалаһындағы һәм өлкәһендәге юғары уҡыу йорттарында уҡыған студенттар өсөн ойошторолған был сараның маҡсаты – яҡташтар менән бәйләнеште нығытыу, йәштәр һәм төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү, идеялар, тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн майҙан булдырыу.

Форум Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм хеҙмәте академияһы, тамашалар залы (Вернадский проспекты, 82, 1-се төҙөлөш, 5-се корпус). Үткәреү ваҡыты – көндөң икенсе яртыһы. Үҙең менән паспортың булыуы кәрәк, эшлекле стилдәге кейем кейеү кәңәш ителә.

Түбәндәге һылтанма буйынса мотлаҡ теркәлегеҙ: https://zemlyachestvo-bashkortost.timepad.ru/event/3646073/

Айһылыу НИЗАМОВА.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:
Читайте нас