Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2025, 18:10

Һалым хеҙмәте ижади конкурс иғлан итте

Башҡортостанда балалар һәм ата-әсәләр өсөн “Минең ғаиләм һалымды ваҡытында түләй” тип аталған ижади конкурс башлана. Уны республика һалым хеҙмәте Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә үткәрә.

Һалым хеҙмәте ижади конкурс иғлан иттеҺалым хеҙмәте ижади конкурс иғлан итте
Һалым хеҙмәте ижади конкурс иғлан итте

Башҡортостанда балалар һәм ата-әсәләр өсөн “Минең ғаиләм һалымды ваҡытында түләй” тип аталған ижади конкурс башлана. Уны республика һалым хеҙмәте Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә үткәрә.

Унда мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. 7 - 13 йәшлек балалар “Минең ғаиләм һалымды ваҡытында түләй” темаһына һүрәт, 11 – 18 йәшлек үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре “Һалым түләү ни өсөн мөһим?” темаһына инша яҙа ала.

Конкурс 2024 йыл өсөн һалымдарҙы түләүгә арнала. Уның маҡсаты – ғаиләләргә ни өсөн һалымдарҙы ваҡытында түләү кәрәклеген ябай һәм аңлайышлы итеп аңлатыу. Эштәр мәктәп хакимиәттәре аша  5-енән 21 ноябргә тиклем ҡабул ителә.

Йомғаҡлау 24 ноябрҙән 10 декабргә тиклем үткәрелә. Тулы мәғлүмәтте мәктәптәрҙә йәки һалым хеҙмәтенең ҡыҙыу бәйләнешенә - 7(347) 215-10-70 һандарына шылтыратып алырға мөмкин.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-11-07/nalogovaya-sluzhba-bashkirii-ob-yavila-tvorcheskiy-konkurs-4456613

  

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:
Читайте нас