Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2025, 04:54

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ

11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында, төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола.

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡБашҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ

Әйткәндәй, былтыр республика халҡынан 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың яртыһынан күберәге – тура эфир ваҡытында. Ҡайһылары тиҙ арала хәл ителһә, икенселәренә иһә күберәк ваҡыт талап ителә. Хәйбуллалар ҙа үҙ һорауҙарын даими ебәреп торалар. Мәҫәлән, райондаштар ике субъектты – Башҡортостан Республикаһын Ырымбур өлкәһе менән тоташтырған Аҡъяр-Яңы Черкасск юлындағы Таналыҡ йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау мәсьәләһен күтәргәйне. Ремонт башланғанда күперҙең торошонда яңы етешһеҙлектәр булыуы асыҡлана, ошоға бәйле сметаға үҙгәрештәр индереү һәм бөтә реконструкция эштәрен башҡарыу өсөн өҫтәмә ваҡыт бүлеү талап ителгән. Ә ремонт мәлендә водителдәргә урау юлдары аша йөрөргә тура килә. Шуға күрә халыҡ был мөһим обьекттың асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөүен белдереп, барлыҡ эштәрҙе тиҙләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итте.

Илдә социаль-иҡтисади шарттарҙың үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан Башлығы, республиканың төрлө кимәлдәге власть органдарының был мәсьәләгә етди иғтибар бүлеүе һөҙөмтәһендә, туҡтап ҡалған капиталь ремонт эштәре йәнә тергеҙелеп, хәҙер инде аҙағына яҡынлаша. Төҙөлөш эштәре барышы буйынса Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идаралығының йәмәғәтселек менән бәйләнеш секторы мөдире Альбина Ғилмийәнова мәғлүмәт бирҙе.

—Яңы Ергән ауылы янындағы 131,4 метр оҙонлоҡтағы күперҙе капиталь ремонтлау эштәрен «Газгеология-Өфө» предприятиеһы башҡара. Бөгөнгә ҡарай 49 балка монтажланған, плиталар һалынған, өрлөк-ара йөйҙәр һәм монолит конструкциялар бетонланған, тротуарҙар булдырылған, гидроизоляция эштәре башҡарылған, арҡыры урҙа ремонтланған. Әлеге ваҡытта күперҙең өҫкө япмаһын түшәү, ҡоролманың ике яҡ ситенән тимер рәшәткәле яндауырҙы ҡороу, барьерҙар ҡуйыу кеүек эштәр ҡалған. Объектты йыл аҙағына ҡарай файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, — тине Альбина Мәүлет ҡыҙы.

«Тура бәйләнеш» республика һәм район-ҡалалар етәкселегенә урындағы халыҡтың ихтыяжын яҡшыраҡ белергә булышлыҡ итә. Был бик уңайлы, һөҙөмтә биргән ысул ярҙамында бихисап көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә.

 

Радий Хәбировҡа һорауҙы нисек ебәрергә?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа бер нисә ысул менән һорау бирергә мөмкин:

Башҡортостан Башлығы сайтындағы махсус бүлектә: vopros.glavarb.ru

МАХ милли мессенджерында чат-бот аша: https://max.ru/glavarb_pl_bot

«Телеграм»да чат-бот аша: https://t.me/glavarb_pl_bot

 «Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.me/glavarb_pl_bot

«Класташтар» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages 

«Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/direct-line/10441/ 

Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ
Башҡортостан Башлығы тура эфирҙа халыҡ менән аралашасаҡ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас