Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2025, 09:15

Аҫылбикә Баязитова 20 йыл шахтала эшләгән

«Балаларым миңә йәшәргә көс бирҙе», – ти ул

Аҫылбикә Баязитова 20 йыл шахтала эшләгәнАҫылбикә Баязитова 20 йыл шахтала эшләгән
Аҫылбикә Баязитова 20 йыл шахтала эшләгән

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарҙың ғына түгел, ә әсәләре, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын селпәрәмә килтергән. Уларға ла был дәһшәтле йылдар шаһиты булырға тура килгән. Бүребай ауылында йәшәүсе Аҫылбикә Баязитоваға атаһы Әхтәм Билалов фронтҡа киткәндә ни бары 9 ай ғына тулған була. “Тиҙ арала дошманды дөмөктөрөрбеҙ ҙә ҡайтырбыҙ”, – тип китһә лә, һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла, күптәрҙең яҙмышын емерә, уның һөрөмө ҡағылмаған бер йорт та ҡалмай: кемдеңдер ғәзиз балаһы, йә ире хәбәрһеҙ юғала, кемдеңдер атаһы яу яланында һәләк була, кемдеңдер туғандары аслыҡтан үлә. Әхтәм Билаловҡа ла кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай.

Аҫылбикә Әхтәм ҡыҙы Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында 1940 йылда донъяға килгән. Бөйөу Еңеү килгәс тә, тормош шунда уҡ еңеләйеп китмәй. Әсәһе Вазифа Ғәлләм ҡыҙы өс бала менән япа-яңғыҙы тороп ҡала. Нимә генә күрмәй улар: аслыҡ, яланғаслыҡ, етемлек. Һуғыш бөткәс, уларҙы атаһы яғынан еҙнәйҙәре Бүребай ауылына күсереп алып ҡайта.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас