Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2025, 11:12

Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар

 Аҡъяр үҙәк почта бүлексәһендә «Матбуғатҡа яҙылыусы көнө» үтте. Уны почтальондар менән берлектә редакция хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.

Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттоларГәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар
Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар

«Хәйбула хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник» гәзиттәре редакциялары “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” акцияһы барышында ошо көндә район гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк уйнатты. Сәйнүкте – Зилә Абдрахманова, кәстрүлде – Ильяс Атанов һәм кухня кәрәк-яраҡтарын Зәкиә Асаинова отто. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм редакцияның “Яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы дауам итеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.

Отош уйындарыбыҙҙа ҡатнашыу өсөн квитанцияғыҙҙы 2025 йылдың 20 декабренә тиклем редакцияла теркәтергә йә иһә район гәзитенең «Бәйләнештә»ге төркөмөнә фотоға төшөрөп ебәрергә онотмағыҙ. Бынан тыш, «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. 

Ә әлегә һеҙгә бүләк сыҡмаған икән, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, нәҡ киләһе уйында һеҙгә бәхет йылмайыуы ихтимал. Беҙҙең менән ҡалығыҙ һәм һеҙ һәр ваҡыт иң мөһим ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булырһығыҙ.

Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар
Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар
Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар
Гәзиткә яҙылыусылар бүләк оттолар
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас