Яңылыҡтар
3 Ноябрь 2025, 07:22

Көҙгө каникулдар нисек үтә?

Баланың каникулда алған сағыу, шатлыҡлы, иҫтәлектәре мәлдәре  киләһе уҡыу барышында  ауырлыҡтарҙы еңел үткәреп ебәрергә көс бирәсәк.

Көҙгө каникулдарнисек үтә?

Көҙгө каникулдарҙа көндәр һыуынып, ямғырҙар яуһа ла “каникул”тигән һүҙ күптәрҙең күңелен ҡояштай йылыталыр. Иртә менән тороп мәктәпкә йүгерергә, унан ҡайтҡас өйгә эштәр эшләргә кәрәк түгел. Бер аҙна ял. Ул ялдары ла балаларҙың үтеп бара. Пландар күп, барыһына өлгөрөр кәрәк. Әммә иң мөһиме бала өсөн –ял, көс йыйыу. Бала уҡыуҙы, контроль эштәрҙе, мәсъәләләрҙе уйламай, башын ял иттерергә тейеш тиҙәр, психологтар.  Баланың каникулда алған сағыу, шатлыҡлы, иҫтәлектәре мәлдәре киләһе уҡыу барышында  ауырлыҡтарҙы еңел үткәреп ебәрергә көс бирәсәк. Уның ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап каникул программаһын алдан төҙөп була.  Уға ғаиләлә,  һеҙҙең менән бергәләп ваҡыт үткәреүе оҡшарға мөмкин, йә иһә иптәштәре, дуҫтары менән аралашыу, ҡайҙалыр барып килеү уға ял бирә. Кино ҡарау, театр, китап уҡыу,берәй хоббийы буйынса эше менән булышыу- мастер-кластарға барып килеү, спорт төрө-аквапаркка барып һыу инеү, ырғыу урындары, паркта йөрөү яҡшы һөҙөмтә бирер.Туғандарына, ҡартатаһы, өләсәһенә ҡунаҡҡа барып килеүҙе күптәрҙең ғаиләһендә күрәбеҙ. Был осраҡта ҡартатай-өләсәйҙәргә лә мөһим йөкмәтке биреп ҡуйыр кәрәк-ейән-ейәнсәрҙәренең хәленән килерлек эштәр ҡушһындар. Балалар ололарға ярҙам итеп үҫһендәр. Иң мөһиме - балаға иғтибар бүлеү. Бала үҙенең ҡайҙа ла үҙенең мөһимлеген һәм кәрәклеген файҙалы эштәрҙә тойһон. Иртәнән кискә тиклем телефонда ултырыу ял тип һаналмай. Киреһенсә ,бала физик яҡтан түгел, ә аң яғынан арый. Каникулдан һуң предметтарҙан киләсәк мәғлүмәттәрҙе ҡабул итергә бала әҙер булмай. Көн режимына хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланыу –барыһы ла инергә тейеш.  Мәктәп буйынса берәй предметтан бурысы, өлгәшмәгән урындары бар икән-көнөнә бер, ике сәғәттән артыҡ ултыртырға ярамай. Каникулдан һуң уҡыуына нығыраҡ иғтибар бүлерһегеҙ. Бер ҡайҙа ла барырға мөмкинселек юҡ икән –өйҙә лә файҙалы эштәр етерлек. Бергәләп берәй тәмлекәс әҙерләргә, йә иһә паркка , урамға сығып серләшеп килергә мөмкин. Кескәйерәктәргә бисер менән булышыу, һүрәт төшөрөү оҡшай. Саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнарға мөмкин. Йорт буйынса самалап эш ҡушыу ҙа балаға файҙалы. Күберәк витаминлы һуттар бирегеҙ.  Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда. Ваҡытында бүленгән иғтибар, аралашыу күп һөҙөмтәләр бирер. Каникулдың ҡалған көндәрен файҙалы үткәрегеҙ!

Зимфира Ҡасҡынова

 

Көҙгө каникулдар нисек үтә?
Көҙгө каникулдар нисек үтә?
Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас