Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2025, 04:13

Йәйәүленең ғүмере ҡыйылған

Ауыл урамында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

Йәйәүленең ғүмере ҡыйылғанЙәйәүленең ғүмере ҡыйылған
Йәйәүленең ғүмере ҡыйылған

Әбйәлил районының Геологоразведка ауылында юлда фажиғәле  авария булған. “Фольцваген Джетта" автомобиле руле артында ултырған 38 йәшлек водитель  66 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыян күреүсе ваҡиға урынында уҡ йән биргән.

Хөрмәтле водителдәр, ҡараңғы ваҡытта юлда айырыуса иғтибарлы булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, ауыл урамдарында бигерәк тә һаҡ булығыҙ!

Сығанаҡ һәм фото: “Абзелил” гәзитенән

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас