Яңылыҡтар
31 Октябрь 2025, 11:01

Йәш быуын тарихты иҫләһен

Бөгөн Савельевка ауылында Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға яңыртылған һәйкәл асылды.

Йәш быуын тарихты иҫләһенЙәш быуын тарихты иҫләһен
Йәш быуын тарихты иҫләһен

Стела биш өлөштән тора – «Ватан өсөн һәләк булды», «Еңеү менән ҡайтты» һәм «Тыл хеҙмәтсәндәренә» тигән стелаларҙан тора. Унда һуғыш осоронда һәләк булған 42 яугирҙың һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан 23 ветерандың исемдәре уйылған. Һул яҡ өлөшө тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоро балаларына арналған. Савельевка ауылынан барыһы 58 кеше фронтҡа китә, шуларҙың тик 32-һе тыуған яғына кире әйләнеп ҡайта, ә ҡалған 26-һы яу яланында батырҙарса һәләк була.

Сараны асыу тантанаһында Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Таналыҡ ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Сөләймәнов, саҡырылған ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы ҡатнашты.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас