

1–8 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында һәм сит илдәрҙә унынсы Бөтә Рәсәй “Ҙур этнография диктанты” мәғрифәтселек акцияһы үтә. Диктанттың маҡсаты – ҡатнашыусыларҙың Рәсәйҙең этномәҙәни төрлөлөгө тураһында белемен тикшереү. Акцияның ойоштороусыһы – Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ.
Башҡортостан Республикаһында Этнодиктант 2016 йылдан алып уҙғарыла. Былтыр акцияла 470 меңгә яҡын кеше ҡатнашты (был – Мәскәүҙән һуң икенсе урын, ә онлайн тәртиптә ҡатнашыусылар һаны буйынса иһә – беренсе урын). Республикала акцияны ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһай.
Ғәҙәттәгесә, акция ике форматта үтә: көндөҙ – махсус ойошторолған майҙансыҡтарҙа; онлайн – национальнаяполитика.рф сайтында. Быйыл Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһында асыҡ майҙансыҡ эшләй (3-сө ҡат, электрон ресурстар бүлеге). Бында акция 1 ноябрҙә, сәғәт көндөҙгө 1-ҙә башлана.
Республиканың һәр район-ҡалаһы диктант яҙыу өсөн төп асыҡ майҙансыҡ ойоштора. Улар 1 ноябрҙән 8-енә тиклем эшләй. Һылтанма буйынса майҙансыҡтарҙың тулы исемлеген ҡарарға була: https://miretno.ru/
Диктант заданиелары 30 дөйөм федераль һорауҙан тора, уларға 45 минут эсендә яуап бирергә кәрәк. Бөтә заданиеларҙы үтәгән өсөн иң күбе 100 балл бирелә.
Онлайн-форматта ҡатнашыусының һөҙөмтәләре яҙылған сертификат диктантты үткәндән һуң уҡ бирелә. Асыҡ майҙансыҡта ултырып диктант яҙған ҡатнашыусыға сертификат биреү – ойоштороусының ҡарамағында.
Ғәҙәттәгесә, акцияның һөҙөмтәләре 12 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнөндә яһала. Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте национальная политика.рф сайтында һәм “ВКонтакте”ла рәсми төркөмдә табырға мөмкин: https://vk.com/miretno.