

“Ватаның тураһында бар донъяға һөйлә” конкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәренең иң ҡыҙыҡлы ваҡиғаларын, традицияларын, Тыуған иленең иҫтәлекле урындарын һайлай һәм улар тураһында сит илдәрҙәге ватандаштарына һәм тиҫтерҙәренә һөйләй.
Конкурста өс номинация тәҡдим ителгән: текст-презентация, видеоролик, һүрәт. Сикләүҙәр юҡ, теләһә ниндәй йәштәге һәм донъяның теләһә ҡайһы нөктәһенән теләүселәр ҡатнаша ала. Конкурста Рәсәй халыҡтары йортоноң “Рәсәй территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың традицияларын һәм мәҙәниәтен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн” махсус номинацияһы бар. Ҡатнашыусы конкурстың стандарт номинацияларының береһен һайлай һәм эшен милләт-ара темаһына бағышлай. Махсус номинацияла ҡатнашыусыларҙың йәше – 11 - 21 йәш.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡатнашыусылар электрон сертификаттар һәм рәхмәт, остаздар — рәхмәт хаттары, йөҙ иң яҡшы эш авторҙары — махсус өлгөләге дипломдар, еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ. Бөтә еңеүселәр ҙә Мәскәүгә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығындағы бүләкләү тантанаһына саҡырыла.
Һуңынан иң яҡшы эштәр телеканалдарҙа күрһәтелә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, РФ Сит ил эштәре министрлығы һәм Россотрудничество тарафынан сит илдәрҙә Рәсәй мәҙәниәтен үҫтереү өсөн ҡулланыла, рус телен сит тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн уҡыу әсбаптарына индерелә.
Эштәр (Приём работ) 2025 йылдың 1 сентябренән 2026 йылдың 1 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары һәм ғаризалар ебәреү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт конкурс сайтындағы Положениела бирелгән. Эштәрҙе башлар алдынан методик тәҡдимдәр менән танышырға кәңәш итәбеҙ. Конкурсты Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Россотрудничество, Роспатриотүҙәк, Росдетцентр, “Русский мир” фонды, Юнармия, Мәскәү дәүләт педагогия университеты, Рәсәй халыҡтары йорто, Милли ата-әсәләр ассоциацияһы ярҙамында “Балаларҙы һәм йәштәрҙе үҫтереү һәм тәрбиәләү инновациялы үҙәге” ойошмаһы ойоштора.
Конкурс Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән 2025/26 уҡыу йылына саралар исемлегенә индерелгән.
Фото: сайт конкурса. https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-10-27/zhiteli-bashkirii-smogut-uchastvovat-v-konkurse-rasskazhi-miru-o-svoey-rodine-4443018
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!