Ҡот осҡос фажиғәле хәл күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан янындағы Васильев ҡасабаһында теркәлгән.
Биш йәшлек ҡыҙ үҙенең яңы тыуған һеңлеһен дүртенсе ҡат тәҙрәһенән ырғытҡан. Сабыйҙың мәйетен үтеп барыусылар күреп ҡалған.
KazanFirst мәғлүмәе буйынса, был ваҡытта балалар өйҙә яңғыҙы ҡалған. Атай кеше эштә, ә әсә йомошо буйынса тышҡа сыҡҡан булған.
Ваҡиға буйынса тикшереү бара. Ата -әсәләргә йәнә бер тапҡыр мөрәжәғәт итәбеҙ: "Бәләкәй балаларығыҙҙы өйҙә үҙҙәрен генә ҡалдырмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен".
Фото: "Башинформ"