Яңылыҡтар
27 Октября 2025, 03:55

Өйрәк-ҡаҙҙы нисек еңел генә таҙартырға?

Йорт хужабикәһенән өйрәк, ҡаҙ таҙартҡанда һуҡтаһы тороп ҡалмаһын (ҡайһы бер яҡта шырпы, төпһә тип тә йөрөтәләр) өсөн бер нисә кәңәш.

Ҡош һимеҙ булһа, таҙа йолҡола, баҡтиһәң. Ай башында һуйһаң - һуҡталы, ай аҙағы булһа һуҡтаһыҙ була, тигән һынамыш та бар.  

Тағы бер ысулы бар. Ҡошто бешекләп ала торған һыуға бер ус сәй содаһы йәки ҡоро гәрсис һалырға кәрәк. Ҡайнар һыуҙан алғас та уны таҫтамалға урап, өс-биш минут тотоп алырға. Шул ваҡытта ҡаҙ-өйрәк яҡшы йолҡола.

Өмәләр күңелле, уйын-көлкө менән үтһен! Донъяла именлек урынлашһын, Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын!

 
Автор:
Читайте нас