Яңылыҡтар
25 Октябрь 2025, 13:25

Уҡыусылар һәм атайҙар яугир менән осрашты

Һалдатҡа һәм атайҙарға балаларҙан төрлө темаға һорауҙар яуҙы. Уҡыусыларҙың һорауҙарының эстәлекле булыуына ҡарап ғәжәпләнергә мөмкин ине.

Уҡыусылар һәм атайҙар яугир менән осраштыУҡыусылар һәм атайҙар яугир менән осрашты
Уҡыусылар һәм атайҙар яугир менән осрашты

Уҡыусылар һәм атайҙар яугир менән осрашты

Төп тәрбиәне ғаилә бирһә лә, баланы юғары әхлаҡлы, ғаиләңә, тыуған ергә файҙа килтерерҙәй шәхес итеүҙә әйләнә-тирә мөхит, уны уратып алған кешеләр, мәктәп ҙур роль уйнай. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире  Рәмилә Фәйзуллина, ошо уҡ бүлектең китапханасыһы Зилә  Иҫәкаева һәм  3-cө һанлы полилингваль күп профилле Аҡьяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рәсембәтова менән берлектә 5- се А класы уҡыусылары өсөн “Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән!” тигән йөкмәткеле тематик сара үтте.  Рәсәйҙә октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнгән  “Атайҙар көнө” уңайынан уҙғарылған  йәмле осрашыуға ошо класс укыусыларының атайҙары -Флюр Асҡаров, Артур  Байғужин, Фаяз Ишемғолов, Шамил Томаншин килде. Балалар менән туранан-тура әңгәмәләшеү мөмкинселеге булған сараға Махсус хәрби операцияла булып  ялға ҡайтҡан “Кабан” позывнойлы яугир саҡырылды.Һалдатҡа һәм атайҙарға бишенсе генә класта уҡыған балаларҙан төрлө темаға һорауҙар яуҙы. Уҡыусыларҙың һорауҙарының эстәлекле булыуына ҡарап ғәжәпләнергә мөмкин ине. Ысынлап та, дүртенсе кластан бишенсе класҡа әле генә күскән үҫмер балаларҙың, ололарса борсолоп, балаларса ҡыҙыҡһынып бирелгән һорауҙары менән әңгәмә йәмле лә, йәнле лә ине. Атай кеше ғаилә, ил именлеген һаҡлаусы, донъя тотҡаһы.  Атайҙар донъя хәлдәренән, ғаилә тормошонан, бала саҡтарынан ҡыҙыҡлы миҫалдар килтереп, ни өсөн тырышып уҡырға, тәрбиәлелек, тәртип ни өсөн кәрәклеген аңлатып киттеләр. “Кабан” позывнойлы яугирҙан балалар “Беҙҙең яҙған хаттар һеҙгә барып етәме, уҡыйһығыҙмы?”- тип һорап ҡыҙыҡһындылар.“Ихлас күңелдән яҙылған хаттарығыҙ беҙҙе еңеүгә дәртләндерә”, -тип , ябай ғына итеп һалдат тормошоноң көндәлек хеҙмәтенә , яуға ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе. Нияз Ишемғолов исемле уҡыусы үҙенең һалдатҡа яҙған  хатының эстәлеген һөйләне. Балаларҙың илдә барған хәлдәргә битараф түгел икәнлеген белеү,ил яҙмышы өсөн борсолоп үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарына яуап биреп, патриотик рухлы балалар үҫеп килгән уҡыусыларҙы күреүе  осрашыуға саҡырылған атайҙар һәм һалдат өсөн ҙур ҡыуаныс ине. Артабан сараны ойоштороусылар атайҙар һәм балалар араһында хәрәкәтле уйындар ойошторҙо. Сара аҙағында Төнъяҡ –Көнсығыш микрорайоны паркында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙарға арналған һәйкәлгә барып, бер минутлыҡ тынлыҡтан һуң сәскәләр һалдылар.  Атайҙар менән балалар араһында бәйләнеш булдырылды. Яугир һалдаттың үҙе менән бергә һәйкәлгә  барыу балаларға икенсерәк тәъҫир итә. Яуҙа үҙ ғүмерен биргән  һалдаттарҙың онотолмауы , яҡты хәтер итеп ҡәҙер итергә өйрәтеү - үҙе бер тәрбиә.

Зимфира Ҡасҡынова.

        

 

 

 

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас