

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеү – ҙур бәхет һәм шул уҡ ваҡытта бөйөк хеҙмәт тә ул. Районыбыҙҙа ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен матур тәрбиәләгән оло хөрмәткә лайыҡ ғаиләләр күп булыуы һөйөндөрә.
Ғүмер итеү – үргә менеү тиҙәр. Ә үргә менеү бер ҙә еңел түгел. Йә ҡояш ҡыҙҙыра, йә ҡаршыға иҫкән ел-буран артҡа этә. Бына шул саҡта тормош иптәшең – ышаныслы терәгең булыу ниндәй ҙә ауырлыҡты еңергә ярҙам итәлер ул. Аҡъяр ауылынан
Рәфҡәт һәм Рәйсә Ғәлимовтар бына инде 55 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле ғүмер кисерә.
Ғаилә башлығы Рәфҡәт Сәхиулла улы Йылайыр районы Ҡашҡат (бөткән ауыл) ауылында Солтановтар ғаиләһендә донъяға килә. Ғәлимов фамилияһын уға атаһы ҡарт ҡартаһы иҫтәлегенә биргән. Сабый сағында улар ғаиләләре менән Байғужа ауылына күсәләр. Ошо ауылда башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң, Үрге Ғәле ауылының 8 йыллыҡ мәктәбендә белем ала. Мәктәп йылдарында тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, класс старостаһы, Муса Гәрәев исемендәге дружина советы рәйесе
була. Гармун уйнауға ла әүәҫ була: «Тәнәфес ваҡытында гармунда уйнап, балаларҙы бейетә инем», – тип хәтерләйул.
Уҡыған осоронда мәктәп директорының кәңәше менән Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алғас та Йылайыр районының халыҡ мәғарифы бүлеге үҙе тамамлаған Үрге Ғәле ауылы мәктәбенә уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләй. Шулай итеп 19 ғына йәшендә үҙен уҡытҡан уҡытыусылар менән етәкселек итергә тура килә уға. Бер йыл эшләгәндән һуң, Йылайыр мәғариф бүлегенә инспектор булып бара, район комсомолы бюроһы ағзаһы итеп һайлана. Бер йылдан ашыу эшләгәндән һуң, уны милицияға эшкә ебәрәләр. Рәфҡәт Ғәлимовтың ата-әсәһе бындай ҡарарға ҡырҡа ҡаршы була: «Беҙ һине уҡыттыҡ, уҡытыусы булып эшлә», – тиҙәр. Әммә был
ваҡытта ҡарарҙы инҡар итеп булмай. Бер йыл район эске эштәр бүлегенең яуаплы дежурныйы булып эшләгәндән һуң, Татар АССР-ының Алабуға махсус урта милиция мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Бер йыл уҡып, каникулға ҡайтҡан осоронда ауылдашы Рәйсә Зәйнетдин ҡыҙын кәләш итеп ала. Уҡыуын дауам итеп, бер йылдан юрист дипломын алып, милиция лейтенанты званиеһында ҡайтып инә. Ғәлимовтар ғаиләһе Йылайыр ауылында ҡуртымға алған фатирҙа йәшәйҙәр.
Рәйсә Зәйнетдин ҡыҙы башланғыс кластарҙа Байғужа ауылында белем ала, һуңынан Ивановка ауылы мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Артабан медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы дауаханала
балалар бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. «Хеҙмәт ветераны», «Рәсәй Федерацияһының почетлы медицина хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ була.
–Эшем ауыр булһа ла уны яраттым. Беҙ эшләгән осорҙа бер тапҡыр файҙаланыла торған шприцтар булманы, ҡулланылғандарҙы йыуып, ҡайнатып ҡабат тотона торған инек. Беҙ аяҡҡа баҫтырған балалар хәҙер инде үҙҙәре ҡартатай-өләсәй, –ти Рәйсә
Ғәлимова.
Ғәлимовтар бер аҙ Йылайырҙа йәшәгәндән һуң Аҡъярға күсеп төпләнәләр. Ғаилә башлығы район башҡарма комитетында өлкән инструктор, ә хәләл ефете үҙәк район дауаханаһында эшләй башлай. Бер аҙҙан уларға торлаҡ та бирәләр.
Тормоштарын йәмләп ғаиләләрендә бер-бер артлы ике ул донъяға килә. Улар ата-әсәләренән өлгө алып, матур ғаилә ҡорғандар.
Тулы мәҡәлә гәзиттең 38-се һанында