Ҡапыл ғына ҡунаҡтар килеп төшөргә булһа, тиҙ генә итеп әҙерләй торған, шул уҡ ваҡытта бик тәмле бәлеш бешереп өлгөрәһегеҙ. Уның рецебы һеҙгә һәр ваҡыт кәрәк булыр.
Ҡаймаҡҡа семтем генә тоҙ, сода, бер йомортҡа, бер аш ҡалағы шәкәр һалып, он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике өлөшкә бүлеп, ҙурырағын табаға йәйәбеҙ, өҫтөнә алма турап, шәкәр ҡомо һибеп, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплайбыҙ.
Ҡунаҡтарығыҙ килеүгә тәмлекәс бешеп тә сығыр.