

Байбулат Яхыя улы 1945 йылда Әбеш ауылында донъяға килә. Бала сағы ауыр һуғыштан һуңғы осорға тура килә. Тыуған колхозының баҫыуҙары уға бала саҡтан таныш була. 5-се класта уҡығандан алып йәйге каникул мәлдәрендә класташтары менән колхозда бесән эшләйҙәр. 10-сы класты тамамлағандан һуң да биш йыл дауамында «Һаҡмар» колхозында төрлө эштәрҙә эшләй. 1968 йылда Өфө ҡалаһында өс ай дауамында әҙерлек курстары үткәндән һуң, ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Дүрт йыл уҡығас, үҙ теләге менән әрме сафына баҫа. Ике йыл Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итә. Һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет уҡыуын ташламай, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, ике йылдан һуң ҡулына диплом ала һәм йәш белгесте колхозда агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Колхоз эшендә лә ул һәр ваҡыт тырыш, яуаплы була. Хеҙмәт кенәгендә бер генә яҙыуы булған Байбулат Яхыя улы хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда эшләй. Тормош иптәше Иләс ауылы һылыуы Зәйтүнә Әхмәтйән ҡыҙы Әбеш ауылына ҡунаҡҡа килгән ваҡытта танышалар. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына, күп тә үтмәй, улар 1989 йылда өйләнешәләр. Зәйтүнә Әхмәтйән ҡыҙы Иләс ауылында тыуып үҫә, тыуған ауылында 8- се класты тамамлағандан һуң «Яңы юл» колхозында 14 йәше яңы тулған ҡыҙ һыйыр һауыу эшенә тотона. Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, исеме колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй.“Алдынғы һауынсы” исеме лә бар инәйҙең. Әбеш ауылына килен булып төшкәс мәктәптә лә, ауыл кибетендә лә эшләй ул. Илембәтовтар үҙ көстәре менән йорт һалып сығалар, күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт көтәләр. Бөгөнгө көндә лә оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан баҡсалары йәшелсәемештән һығылып тора. Быйыл Байбулат Яхыя улына 80 йәш тулған. Ул әле лә бик зиһенле, хәтере шәп. Илдәге, республикалағы хәлдәргә лә битараф түгел, телевизорҙан төрлө тапшырыуҙар ҡарай, “Йәшлек”, “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзиттәрен даими уҡып, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара.