

Әбеш ауылының өлгөлө һәм уңған, татыулыҡтары менән айырылып торған ғаиләләренең береһе Рәхимә һәм Фәиз Маннановтар ғаиләһе тураһында булыр һүҙебеҙ. Алыҫ юлдан һуң күркәм йорт алдына килеп туҡтаныҡ, хужалар – Рәхимә һәм Фәиз Маннановтар ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мул итеп әҙерләнгән төшкө аш артында ауылдың бөгөнгөһө, халыҡтың көнкүреше тураһында матур әңгәмә ҡорҙоҡ. Бер бөтөнгә әйләнгән Маннановтар әле лә бер-береһенә булған ихтирамдарын юғалтмайынса, татыу ғүмер кисерә. Нисек танышыуҙары, ғүмер юлы хаҡында улар яйлап ҡына хәтер йомғағын һүтте.
Маннановтар Әбеш ауылында бына инде 48 йыл татыу ғүмер итә. Рәхимә Ниғәмәтйән ҡыҙы өс тиҫтә йылдан ашыу мәктәптә математика һәм физика уҡытыусыһы булып хеҙмәт итһә, ә ғаилә башлығы Фәиз Ғөбәй улы «Һаҡмар» колхозында мал табибы булып эшләгән. Рәхимә Ниғәмәтйән ҡыҙы Әбеш ауылында үҫә. Илембәтовтарҙың ишле, 8 балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Заманына күрә, белемгә ынтылыш уларҙың ғаиләһенә лә хас була.
–Мәктәпкә барғанда ете йәшем дә тулмаған ине. Уҡырға барырға теләгем ҙур булғас атайым мәктәп формаһы алып ҡайтып бирҙе. Күрше генә йәшәгән әхирәтем менән 1 сентябрь көнө мәктәпкә барҙыҡ. Линейкала бөтәһе менән бергә теҙелеп торҙоҡ, шул саҡ беҙгә уҡытыусылар килеп “Һеҙҙе быйыл мәктәпкә алмайҙар, йәшегеҙ тулмаған бит әле", – тигәстәр, илай илай ҡайтып киттек. Атай-әсәйемдәр уҡытыусы менән һөйләшеп: «Ярай, уҡый алһа уҡыр, уҡый алмаһа тороп ҡалыр», – тигәндән һуң, беҙҙе мәктәпкә алдылар. Ул ваҡытта уҡый ҙа, һанай ҙа белмәй инек, тырышлыҡ арҡаһында уҡып киттек, – ти хәтер йомғағын һүтеп Рәхимә Маннанова. 10-сы класты тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ауыл мәктәбендә бөтә фәндәрҙе лә башҡорт телендә уҡығас бер аҙ ҡыйынлыҡтар кисерә, ләкин юлында яҡшы кешеләр осрағанға күрә ул бөтә һынауҙарҙы еңел үтә. Институтты уңышлы тамамлағандан һуң, ул 1977 йылда тыуған ауылына ҡайтып мәктәптә уҡыусыларға физика һәм математиканан белем бирә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн коллегалары, етәкселәр араһында ҙур абруй һәм ихтирам ҡаҙана, бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау
ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Ғаилә башлығы, Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы егете Фәиз Ғөбәй улы мәктәп йылдарынан һуң Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумының ветеринария бүлеген тамамлай. Ике йыл Германияла хеҙмәт итеп
ҡайтҡандан һуң, берәй төпкөл ауылға барып эшләгем килә тип, 1975 йылда Әбешкә килә һәм “Һаҡмар” колхозында ветеринар булып эшләй башлай. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих факультетын тамамлай, ләкин
уҡытыусы булып эшләү теләге булмай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда малдарҙы дауалай. Маннановтар өс ҡыҙға ғүмер, матур тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарғандар.
Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 41-се һанында уҡығыҙ