

Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы ябай ғына әйберҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле. Ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ҡатын-ҡыҙ ул. Панно, сағыу таҫмаларҙан картиналар эшләгән, түбәтәйҙәр, түшелдеректәр, милли кейемдәр тегә. Тегеү, сигеү һәм башҡаһы – барыһы ла ҡулынан килә.
Хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында ишле, туғыҙ балалы ғаиләлә тыуып, Яңы Собханғолда үҫкән Аҡсәскә Әбделмәноваурта мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының режиссура бүлеген тамамлай. Ҡулына диплом алғас та Яңы Собханғол ауыл мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп алалар. 10 йылдан ашыу Бөрйән, Әбйәлил районы мәҙәниәт йорттарында эшләгәндән һуң, үҙ яртыһын осратып, Әбеш ауылына килен булып төшә.
Ауылда эш булмағас, аптырап ҡалмай, “Йәйғор” балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә урынлаша. Һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнаған, үҙенең идея-тәҡдимдәре менән сығыш яһаған, алтын ҡуллы киленде ауыл халҡы тиҙ арала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлап ҡуя. Мәҙәниәт өлкәһендәге белеме лә ярап ҡала, ҡулының оҫта булыуы ла күп осраҡта ярҙам итә, йәмәғәт эшен бар күңелен һалып башҡара. Унһыҙ бер сара – ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, онотолоп барған йолаларҙы сәхнәләштереү үтмәй. Әлеге ваҡытта ул Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтендә 2-се категориялы белгес булып эшләй. Тормош иптәше Фәрхәт Фәрит улы вахта ысулы менән эшләй. Улар бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Азалия мәктәпте тамамлағандан һуң Аҡъяр тау колледжының ашнаҡсылар әҙерләү бүлегендә уҡый. Ул да әсәһе кеүек үҡ ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһына, күлдәк, футболка, баш кейемдәренә милли биҙәктәр төшөрә. Тормош иптәше Илнур менән бер ҡыҙ
һәм бер ул үҫтерәләр. Улдары Айсар Сибай ҡалаһы күп профилле коллеждының 3-сө курс студенты. Техниканы үҙ иткән егет автомеханик йүнәлеше буйынса белем ала.
–Айсар бәләкәй сағынан техника яратты. 15 йәшендә боҙолған машинаны ҡутарып ташлай ҙа, йүнәтеп ҡороп ҡуя ине. Эшләмәгән компьютер процессорҙарынан икәүҙән берәүҙе ҡороп эшләтеп ҡуя. Гирляндаларҙың өҙөлгән ерҙәрен, аш-һыу бүлмәһендәге техникаларҙың боҙолған урындарын тиҙ генә табып, йүнәтеп бирә, – ти Аҡсәскә Әбделмәнова.
Кесе улдары Юныс Аҡъяр ауылының полилингваль күп профилле мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы. Ул мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарауға әүәҫ. Баҡса тирәһендә әсәһенең уң ҡулы. Киләсәктә IT-белгес булырға хыяллана.
Тулырағ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 41-се һанында уҡығыҙ