Яңылыҡтар
23 Октябрь 2025, 10:19

Рәсәйҙең аграр вуздар студенттары Башҡортостан менән танышыуҙы кампустан башланы

III Бөтә Рәсәй аграр вуздарҙың студенттар ғилми йәмғиәттәре смотр-конкурсының икенсе этабы сиктәрендә илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар өсөн "Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡараш" фәнни-популяр маршруты буйынса экскурсия ойошторҙолар.

Рәсәйҙең аграр вуздар студенттары Башҡортостан менән танышыуҙы кампустан башланыРәсәйҙең аграр вуздар студенттары Башҡортостан менән танышыуҙы кампустан башланы
Рәсәйҙең аграр вуздар студенттары Башҡортостан менән танышыуҙы кампустан башланы

Өфөлә III Бөтә Рәсәй аграр вуздарҙың студенттар ғилми йәмғиәттәре смотр-конкурсының икенсе этабы сиктәрендә илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар өсөн "Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡараш" фәнни-популяр маршруты буйынса экскурсия ойошторҙолар. Проектты Рәсәй Федерацияһында Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы башланғысын тормошҡа ашырыу планына ярашлы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары тормошҡа ашыра.

Маршрут программаһы студенттарға Башҡортостан Республикаһының алдынғы тикшеренеү майҙансыҡтары һәм инновация потенциалы менән танышырға мөмкинлек бирҙе. Вуз-ара студенттар кампусында ҡунаҡтар Өфө университеттарының заманса лабораторияларында булды, унда төбәктә үткәрелгән перспективалы фәнни йүнәлештәр һәм эшләнмәләр тураһында белде.

Маршруттың үҙенсәлеге булып юғары технологиялы объекттар һәм уникаль тәбиғәт-геологик ҡомартҡылар менән танышыу тора. Ҡатнашыусылар 2025 йылдың сентябрендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы тип танылған «Торатау» геопаркының визит-үҙәгендә булды. Бынан тыш, «Карбон полигоны» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең климат йорт-музейында студенттар палеонтология коллекцияларын өйрәнә, меңәр йылдар дауамында климат үҙгәреү тарихын күҙәтә һәм кешеләрҙең ниндәй углерод эҙен ҡалдырыуын һәм уны нисек кәметеүен белә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27715/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:
Читайте нас