Яңылыҡтар
23 Октябрь 2025, 05:52

Ноябрҙә Өфө – Сәмәрҡәнд рейстары арттырыла

Бынан тыш, самолеттар Өфөнән Ташкентҡа һәм Наманганға оса.

Ноябрҙә Өфө – Сәмәрҡәнд рейстары арттырылаНоябрҙә Өфө – Сәмәрҡәнд рейстары арттырыла
Ноябрҙә Өфө – Сәмәрҡәнд рейстары арттырыла

29 октябрҙән «Азимут» авиакомпанияһы Сәмәрҡәнд – Өфө – Сәмәрҡәнд маршруты буйынса рейстар һанын аҙнаһына өс тапҡыр — дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә арттыра. Был хаҡта «Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Өфөнән осоу ваҡыты иртәнге 10-сы 25 минутта, юлға 2 сәғәт 50 минут ваҡыт китә. Самолет тибы Сухой Суперджет 100.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Uzbekistan Airways Ташкент һәм Наманганға осоштар башҡара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-22/reysov-ufa-samarkand-v-noyabre-stanet-bolshe-4436855

Автор:Элина Әхмәтова
Автор:
Читайте нас