

Шуларҙың береһе - «Ветер» позывнойлы яугир Таһир Кусимов батальонының 31-се «Башҡортостан» полкында хәрби бурысын үтәй. Яҡташыбыҙ 2023 йылдың май айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм шул көндән алып бөгөнгәсә дөрөҫлөк өсөн көрәш юлына баҫҡан. Хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн «Махсус хәрби операция ҡатнашыусы», Генерал Шайморатов, «Ҡаһарманлыҡ» миҙалдары менән наградланған
Сығышым менән Ивановка ауылынанмын. Ғаиләбеҙ Аҡъяр ауылына күсеп килгәс, уҡыуымды 1-се Аҡъяр урта мәктәбендә дауам иттем. Холҡом менән тыныс, ипле булдым, шуға күрә лә башҡаларҙан артыҡ айырылманым, өлкән кластарҙа көрәш түңәрәгенә йөрөнөм. Ғаиләлә баш бала булғас, ата-әсәйемә ҡустымды һәм һеңлемде ҡарарға ярҙам иттем. Ошо ваҡытта миндә яуаплылыҡ, ҡайғыртыусанлыҡ, сабырлыҡ сифаттары барлыҡҡа килгәндер тип уйлайым. Мәктәпте тамамлағас, 110-сы һөнәрселек училищеһында машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса мастер һөнәренә уҡыным. Армия сафына саҡырыу ҡағыҙы алғас 138-се мотоуҡсылар бригадаһында матди тәьминиәт батальоны водителе булып намыҫлы хеҙмәт иттем. Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, Аҡъяр үҙәк болницаһына шофер булып эшләнем, Себер яҡтарында ла йөрөп өлгөрҙөм.
Махсус хәрби оперция башланғас та уҡ күңелем тыныс булманы, һәр ваҡыт ошо хаҡта уйландым. Иптәш егеттәрер, класташтар яу яланына китә башлағас, икеләнеп тә тормай дәүләт именлеге һағына баҫырға булдым.
Ата-әсәйем ҡырҡа ҡаршы булдылар, туғандарым бармаҫҡа өгөтләнеләр. Әлбиттә, тылда ла эш күп, бында ла кәрәкбеҙ, ләкин хәрби бурысты һайлағанмын икән мин быны лайыҡлы үтергә тейешмен.
Бындағы ҡырыҫ шарттарға өйрәндек. Үҙебеҙгә кәрәкле, уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырғанбыҙ, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәләр. Блиндаждарҙа йылы, ҡоро. Ҡорал менән тәьмин ителгәнбеҙ. Күбеһенсә хәүеф күктән янай.
«Урал», «ВАЗ» йөк машиналарын йөрөтәм, бер үк ваҡытта штурмын бурысын үтәйем. Аҙыҡ-түлек, кейемдәр, боеприпастар ташыйбыҙ. Машиналар боҙолған ваҡытта үҙебеҙ ремонтлайбыҙ.
Бында һәр яугир алдына ҡуйылған бурыстарҙы бер һүҙһеҙ, намыҫлы үтәй. Алғы һыҙыҡҡа кәрәкле әйберҙәр, боеприпастар алып барабыҙ. Сиктәге егеттәргә кәрәкле ярҙамды ваҡытында алып барып еткереү, дошман күҙенә, яуына эләкмәй уңышлы йөрөү мөһим бурысыбыҙ.
Ҡурҡыу тойғоһо һәр кемдә лә бар, һәр беребеҙҙең йәшәгеһе килә. Әммә хәрби әҙерлек ныҡлы булғанда, ышаныслы иптәштәрең янда икән ҡурҡыу юҡҡа сыға. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк, дошмандың ҡайҙан килеп сығырын белеп булмай. Тойомлау көсө ныҡ булырға тейеш. Яу яланында һәр минут ҡәҙерле һәм бер үк мәлдә хәүеф аҫтында. Иң мөһиме паникаға бирелмәҫкә.
Эйе, яугир яҡташтар менән бергә булыуыҙ еңелгә тура килә, бушаған арала тыуған яҡты һағынып һөйләшеп алабыҙ. Бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып лайыҡлы хеҙмәт итергә тырышабыҙ. Ғөмүмән батальонда егеттәр ышаныслы, ниндәй милләттән, ҡайһы яҡтан булыуыбыҙға ҡарамаҫтан татыубыҙ, берҙәмбеҙ, хәрби туғанлыҡ менән көслөбөҙ.
Тыуған яҡтың ярҙам-хәстәрен даими тоябыҙ. Әле бына сентябрь айында гуманитар ярҙам алдыҡ. Район хакимәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов шәхсән үҙе килеп китте. Райондаштарға ҙур рәхмәтлемен, тыуған яҡтың күстәнәстәренән ауыҙ итһәң, ҡайтып килгәндәй тояһың үҙеңде.
Ярты йыл һайын ике аҙнаға отпускыға ебәрәләр. Ялымды туғандарым, ҡыҙҙарым менән матур итеп үткәрергә тырышам. Беҙҙең яҡта йәшәү һәйбәт, тыныс, ҡәҙерен генә белергә кәрәк.
Сос, етеҙ, оҫта машина йөрөтөүемә ҡарап, ошо ҡушамат килеп йәбеште лә инде (көлә).
Яугирҙәр менән аралашҡанда күңел тула. Улар тыуған яҡтарынан бик алыҫта, үҙҙәре йәшәү шарттарын тыуҙырып, ил мәнфәғәтен яҡлай. Быуындан быуынға күскән изге бурысты намыҫ менән үтәй яугирҙарыбыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Хәрби хеҙмәт үтеүгә контракт төҙөү өсөн Хәйбулла районы һәм Сибай ҡалаһы хәрби комиссариатына (Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40) йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 , тел.: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63) мөрәжәғәт итергә була.
Автор: Лира Такалова