Яңылыҡтар
21 Октябрь 2025, 04:30

Радий Хәбиров Егор Крид менән осрашты

Төбәк етәксеһе музыкантҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемен биреүе тураһында хәбәр итте.

Радий Хәбиров Егор Крид менән осраштыРадий Хәбиров Егор Крид менән осрашты
Радий Хәбиров Егор Крид менән осрашты

20 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй йырсыһы, йырҙар авторы, актер һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Егор Крид менән осрашты. Музыкант Өфөлә күп йәштәрҙе туплаған концерт үткәргән ине.

- Республикаға даими киләһегеҙ. Йырҙарығыҙ шәп. Ижадығыҙ, тамашасыларға хөрмәтле ҡараш өсөн ҙур рәхмәт, - тине төбәк Башлығы. – Артабан да урында йәшәүселәрҙе сығыштарығыҙ менән ҡыуандырырһығыҙ, тип ышанам. Республика йәш һәләттәр өсөн һәр саҡ асыҡ.

Музыкант төбәктәге баш ҡаланың уның өсөн айырым мәғәнәгә эйә икәнлеге хаҡында әйтте.

- Өфө ныҡ үҙгәргән һәм етеҙ тиҙлек менән үҫешә. Бала саҡтан бында киләм, бында туғандарым йәшәй. Һәр ваҡыт республиканың яҡшырғандан-яҡшырыуын күрәм, - тине Егор Крид.

Төбәк етәксеһе музыкантҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исемен биреүе тураһында хәбәр итте.

- Ул, ысынлап та, һәләтле. Йәш. Иң мөһиме – ысын. Шәхес булараҡ та, ижадында ла ысын, - тине Радий Хәбиров, осрашыуға һығымта яһап. – Егор Өфөлә даими ҡунаҡ буласаҡ, тип килештек.

Сығанаҡ, фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Айһылыу Низамова

Радий Хәбиров Егор Крид менән осрашты
Радий Хәбиров Егор Крид менән осрашты
Автор:
Читайте нас