Ошо көндәрҙә Хабаровск өлкәһендә йәшәгән Дарья исемле ҡыҙ Пхукетта ял иткәндә батып үлгән. Был турала “АиФ” мәғлүмәт баҫмаһы хәбәр иткән.
Виктор исемле танышы әйтеүенсә, Дарья аҡыллы һәм матур ҡыҙ була, хәрби прокуратурала эшләй.
“Ул Хабаровскиҙа полиция мәктәбен бөтөрҙө, ул прокурор түгел, әммә хәрби прокуратурала эшләне. Ул матур, аҡыллы һәм гел йылмайып йөрөгән ҡыҙ ине. Уның тураһында насар һүҙ әйтергә лә тел әйләнмәй”, - ти Виктор.
Дарья 1992 йылда тыуған. Хәҙер уның кәүҙәһен тыуған илгә алып ҡайтыу мәсьәләһе хәл ителә.
Ял итергә барып, үлеп ҡайтыуҙары бигерәк тә аяныс... Сит илгә, диңгеҙгә ял итергә барғанда барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ, үҙегеҙ белмәгән кешеләр менән аралашмағыҙ.
Сығанаҡ: “Интертат”