

Өфө фән һәм технологиялар университетының UGATU Racing Team инженер-уҙыш командаһы Чжэнчжоу ҡалаһында Formula Student China 2025 ярыштарында уңышлы сығыш яһаны. Күләмле сарала Ҡытай, Рәсәй һәм Бангладештан 68 команда йыйылды. Өфөнөң Вуз-ара кампусы резиденты студенттары ярышта ҡатнаша алған берҙән-бер Рәсәй вәкилдәре булды.
Шул уҡ ваҡытта өфөләр спорт машинаһыҙ ҡала яҙа. Уларҙың автомобиле таможняла тороп ҡала һәм трассаға сығыуға бер нисә сәғәт ҡалғас ҡына килеп етә. Төндә эшләргә мөмкинлек биргән ойоштороусыларҙың һәм ҡорамалдар һәм инструменттар менән уртаҡлашҡан башҡа командаларҙан ҡатнашыусыларҙың ярҙамы арҡаһында, ӨФһТУ-ның ярыш болиды трекҡа сыға һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә ала. Яғыулыҡ һөҙөмтәлелеге буйынса алтынсы урын – бындай ҙур халыҡ-ара ярыштарҙа бик юғары һөҙөмтә, сөнки ямғыр яуыу арҡаһында 40 машинаның 10-ы ярыштан төшөп ҡала.
Өфө студенттары әйтеүенсә, былтыр Мәскәү ярыштарында улар ҡытай командаларының береһе менән дуҫлашҡан һәм хатта брендлы форма менән алмашҡан. Ә быйыл, Рәсәй коллегалары менән осрашып, ҡытай студенттары дуҫлыҡ билдәһе итеп майҙанға ӨФһТУ формаһында килә.
Бынан тыш, UGATU Racing Team командаһы Ҡытай телевидениеһының иғтибарын йәлеп итә. Ярыштар майҙансығында уҡ уларҙан интервью алалар.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27701/
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова