Яңылыҡтар
21 Октябрь 2025, 08:32

Изге йөрәкле замандашыбыҙ яугир әсәһен ҡыуандырған

Өс улын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған: уҡытҡан, белем һәм тәрбиә биргән, әрмегә оҙатып, унан көтөп алған Вәсилә Йосоп ҡыҙына тормошта бик күп ауырлыҡ күрергә тура килә.

Изге йөрәкле замандашыбыҙ яугир әсәһен ҡыуандырғанИзге йөрәкле замандашыбыҙ яугир әсәһен ҡыуандырған
Изге йөрәкле замандашыбыҙ яугир әсәһен ҡыуандырған

Махсус хәрби операция шауҡымы уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәгән. Өс йыл элек өлкән улы Салауат контракт төҙөп, үҙ теләге менән ил һағына баҫа. 

—Берәүгә лә балаһы артыҡ түгел. Йөрәгем һыҙлап иланым, әммә Салауатым, үҙемә оҡшап сос, бирешмәҫ, һынатмаҫ тип йыуандым. Ни хәл итмәк кәрәк: ир балаларҙы итәк аҫтына йәшереп алып ҡалып булмай. Ил яҙмышы — ир намыҫында инде, — ти яугир әсәһе.

 Ошонан һуң ул бары бер теләк менән яна: нисек тә Тыуған ил һағында торған уландарға ярҙам итергә! Бөгөн көслө рухлы ханым үҙенең йөрәк йылыһын яуҙағы һәр һалдатҡа бүлеп бирергә әҙер. Уның «Беҙ бергә – көс» ирекмәндәр хәрәкәте аша яу ҡырына ебәргән ярҙамын һанап та, баһалап та бөтөрлөк түгел.

–Өйҙә борсолоп, ауыр уйҙарҙан баш ауырытып, кемдәрҙәндер ярҙам юҡ тип үпкәләп ултырғансы, хәлеңдән килгәнсә үҙеңдең файҙа килтереүең мең артыҡ. Ирекмәндәр менән бергә ДОСААФ-тағы штабҡа йыйылып, төрлө ярҙам әҙерләүҙә, маскировка селтәрҙәрен үреүҙә, шифалы үлән сәйҙәрен төрөүҙә ихлас ҡатнашабыҙ,  — ти әңгәмәсем.

Ошо ваҡыт арауығында бихисап яҡташыбыҙға шәхсән гуманитар ярҙам оҙатыуға булышлыҡ иткән Вәсилә Түлебаева. Әммә йортта яңғыҙы йәшәгән ханымға үҙенә лә өй эштәрендә ярҙам талап ителгән.

—Бер ваҡыт Салауат улымдың дуҫы, класташы, ауылдашы Вәхит Сурин: «Апай, һеҙгә бер ниндәй ярҙам кәрәкмәйме?» — тигәс кенә  ҡойманы алмаштырырға кәрәклеген әйтергә булдым. Ул шунда уҡ ярҙам итәсәген белдерҙе һәм ҡустыһы Фәнис менән килеп, бер нисә көн эсендә тимер бағаналарҙы ултыртып, евроштакетниктар борҙолар, ҡойманы яңырттылар. Улым Руслан да ярҙамлашты. Ауыр мәлдә ярҙам ҡулы һуҙған, Вәхиткә рәхмәтем сикһеҙ. Оҫта ҡуллы егеткә ғаилә именлеге, эшендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын. Эргә-тирәбеҙҙә ошондай оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр йәшәүе менән бәхетлебеҙ! — тип рәхмәт һүҙҙәрен юлланы Вәсилә Йосоп ҡыҙы.

Районыбыҙҙа миһырбанлы, ярҙамсыл кешеләр барында барыһы ла яҡшы буласаҡ, тигән яҡты өмөттәр менән ярҙам ҡулы һуҙған Вәхит Рәйес улына изгелеге үҙенә икеләтә әйләнеп ҡайтһын тибеҙ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас