Яңылыҡтар
21 Октябрь 2025, 07:02

Ҡаһарман яугир ине

Махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яугир яҡташыбыҙ Ирек Илгиз улы Илбактинға ата йортонда мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Ҡаһарман яугир инеҠаһарман яугир ине
Ҡаһарман яугир ине

Махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яугир яҡташыбыҙ Ирек Илгиз улы Илбактинға ата йортонда мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Әҙәл ауылында тыуып үҫеп, аҙаҡҡы ваҡытта Акъяр ауылында йәшәгән 20 йәшлек «Седой» позывнойлы яҡташыбыҙ бала саҡтан юғары илһөйәрлек тойғоһо менән айырыла. Ғаиләлә бер бөртөк кенә бала булып, аҡыллы, иркә, шул уҡ ваҡытта тыныс, яҡты күңелле, эшһөйәр егет булып буй еткерә. Әҙел ауылы мәктәбендә 5-се кластан һуң, Подольск мәктәбендә 9-сы класты тамамлап, көслө ихтыярлы егет И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына электрик һөнәренә (тау сәнғәтендә электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү) уҡый.

Ватан алдында хәүеф тыуған осорҙа хәрби хеҙмәткә саҡырылған илһөйәр яҡташыбыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Башта «Башҡортостан» батальондары составында хеҙмәт итергә теләк белдергән, әммә унда элемтәсе булырға тәҡдим иткәстәр ризалашмай, алғы һыҙыҡҡа штурмлаусы полкына яҙылып, Екатеринбург ҡалаһында хәрби ант бирә.  Шулай итеп, «Седой» позывнойлы ҡыйыу егет алғы һыҙыҡҡа юллана. Йәш яугир яуҙа маһирлығын күрһәтеп, алдына ҡуйылған бурысты еренә еткереп үтәй һәм уны взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.

Әсәйҙәрҙең балаһын ҡурсалап, ысын күңелдән һораған теләктәре ҡабул була, тиҙәр. Шулай булыуына ышанырлыҡ та. Аҡъяр ауылынан Айгөл Илбактина ҡәҙерле улын әрмегә оҙатып, түҙемһеҙләнеп көткән меңәрләгән сабыр әсәләрҙең береһе ул. Көндәре һәр телефон шылтырауына тертләп уҙыуына, күптән төн йоҡоһо осоуына ҡарамаҫтан, йөрәгенең иң түрендә булған бер бөртөк кенә улы Ирек өсөн борсола. Әсәнең бар хәстәре, бар теләге ғәзиз балаһы һау булһын. «Әсәй, тыныс бул, мин әйләнеп ҡайтам. Минең өсөн борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ», - тип тынысландырған ҡурҡыу белмәҫ егетебеҙ ҡәҙерлеһен. Ирек әсәһе үтә борсолмаһын өсөн үҙен тыныс тота, төрлө мәҙәк мәлдәр килтереп хәлен һөйләй. Тик һиҙгер әсә күңеле барыһын да тоя шул. Тирә-яҡтан үлем һағалағанда нисек тыныс булһын.

  • Арыуыҡ ваҡыт хәбәр булманы улымдан. Йылмайып йөрөргә тырышһам да эсем тулы ут булды, нимәләр кисергәнемде үҙем генә беләм. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтарым да булды, шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, бар ышаныс, өмөт менән улым ҡайта, ул тере, тип йыуандым. Кемдәргә генә мөрәжәғәт итмәнек, төрлө инстанциялар аша эҙләнек. Мөғжизә була икән. Бер көндө ят номерҙан шылтыратыу килә, улымдың тауышын ишетеп, иң бәхетле, иң ҡыуаныслы мәлемде кисерҙем. Хәрби бурыс үтәгән ваҡытта дрон һөжүменә эләгеп ҡаты яралана һәм полевой госпиталдә оҙаҡ ҡына иҫһеҙ ятҡан икән улғынам. Башынан, тәненән бихисап ярсыҡтар алғандар, фәрештәләр генә һаҡлап ҡалған, бетеүе лә ярҙам иткәндер, - тип хәтерләй күҙ йәше аша әсә.

 Яугир улы алғы һыҙыҡта нимәләр генә күрмәгән дә, ни генә кисермәгән. Дрондар даими һөжүм итә, әллә нисә  тапҡыр саҡ үлемдән ҡотолған. Алғы һыҙыҡҡа машина менән йөрөүе хәүефле, шуға күрә йәйәүләп барырға тура килә, унда ла аҙым һайын ҡурҡыныс һағалай. Рота менән Евгениевка ҡасабаһын штурмлауға барғанда яралана, унан һуң тағы ла яңы төркөм менән взвод командиры ярҙамсыһы сифатында штурмлауҙа ҡатнаша. Донбасс ерҙәрен яуыз көстәрҙән таҙарталар, элек Авдеевка тип аталһа, хәҙер Покровка, Евгениевка йүнәлеше тип йөрөтөлгән ерҙәрҙе азат итәләр. Илһөйәр сифатлы, рухи көс менән һуғарылған яугир егет алдына ҡуйылған ауыр маҡсатын намыҫ менән башҡара. Яралары һыҙлаһа ла, илебеҙҙең яҡты киләсәген ҡайғыртып сабыр булырға тырыша ул.

«Йыш ҡына урындағы халыҡ менән аралашырға тура килде, улар беҙгә мөмкин тиклем ярҙам итәләр, хәрбиҙәргә терәк-таяныс булып, Еңеүгә ныҡ өмөтләнәләр, ышана һәм көтәләр. Иң ҡыйыны һәм ауыр күренештәрҙең береһе вәхшиҙәрҙең бер ғәйепһеҙ урындағы халыҡты ҡырыуын күреү», - тип һөйләй  МХО биләмәһенән ялға ҡайтҡан ваҡытында Ирек Илгиз улы.

Башҡортостандан килгән гуманитар ярҙамды алыу, йылы хәбәрҙәр ишетеү, яҡташтарының хөрмәтен тойоу Ирек өсөн иң ҡыуаныслыһы була. «Маскировка селтәрҙәр, коптерҙар, машина, мотоцикл, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр өсөн мең рәхмәт», - тип ихлас сәләмдәрен ебәрә ул.

Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ололарса фекер йөрөткән ҡаһарман яҡташыбыҙ МХО-ның алғы һыҙығына етәрлек тәжрибә туплап өлгөрә, ҡыҙыу нөктәнең нимә икәнен яҡшы аңлай. Әммә һуғыш аяуһыҙ, батыр йөрәкле яугир Ирек Илгиз улы Илбактин хәрби бурысын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк була. Әлбиттә, ҡыйыу яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ, шул уҡ ваҡытта күңел әрней, йөрәк һыҙлай, йәштәр түгелә, ни эшләп тормош аяуһыҙ икән?!

Берҙән-бер улын юғалтҡан Айгөл Мөхәмәтғәле ҡыҙы улы рухына бағышлап даими аят-доғалар уҡытып тора. «Яу ҡырында илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап, башын һалған яугирҙар шәһит булып әхирәткә күсәсәк һәм йәннәт менән бүләкләнәсәк. Шулай ҙа, йәшләй генә киткән егеттәребеҙ бигерәк йәл, әсәйҙәр өсөн ғүмерлек ауыр ҡайғы, уларҙы нимә тип йыуатһаҡ та, хәлдәрен еңеләйтә алмайбыҙ. Тик сабырлыҡ һәм Аллаһ Тәғәләгә һыйыныуын теләйбеҙ», - тип йыуатып доға ҡылды аят барышында  Юлай хәҙрәт Юнысов.

Ирек Илбактиндың тырыш, тәртипле, итәғәтле булып үҫеүендә Мөхәмәтғәле ҡартатаһының да роле ҙур. Һәр ваҡыт янында алып йөрөгән ейәнен тыуған иленең ысын патриоты итеп тәрбиәләй. «Һәр бер ир-егет Ватаны алдында изге бурысын үтәргә тейеш», - тип васыят һүҙҙәрен  әйтеп ҡалдырған ҡартатаһы.

Ирек Илгиз улы тыныс тормош өсөн башын һалған ҡыйыу яугир. Икеләтә аяныслы - йәшлектән дә сығып, ғаилә ҡороп өлгөрмәгән егәттәрҙең  иртә китеүе, нәҫел ептәренең өҙөлөүе, тыумай ҡалған сабыйҙарҙың һаны күпме... Батыр яҡташыбыҙ беҙ һине яратабыҙ, юҡһынабыҙ. Уның яҡындарына, әсәһенә, өләсәһенә сабырлыҡ теләйек.

Тыуған ил именлеге өсөн үҙ ғүмерен ҡорбан иткән ҡаһарман яугирыбыҙҙың исеме мәңге онотолмаҫ. Мәңгелек йоҡларың тыныс булһын, батырыбыҙ!!!

                                                                                     

Ҡаһарман яугир ине
Ҡаһарман яугир ине
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас