

Йәйәүлене тапатҡан
Өфө янындағы Зубово ауылында "Субару Импреза" водителе йәйәүлеләр үткәүелендәге кешене тапатҡан. Ныҡ бәрҙереүҙән 46 йәшлек ир ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
39 йәшлек водитель юл- транспорт ваҡиғаһы урынынан тәүҙә үтеп киткән, шунан хәлдең киҫкенлеген аңлап, кире килгән. Авария мәлендә ул айыҡ булған, тик, уның һүҙҙәренсә, шок халәтендә тапатҡан кешене юлда ятҡан көйө ҡалдырып киткән.
Ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.