Яңылыҡтар
15 Октябрь 2025, 10:08

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы – сәләмәт киләсәккә бер аҙым

Район үҙәгендә медицина учреждениеһы өсөн яңы модулле бина төҙөлә

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы – сәләмәт киләсәккә бер аҙымҠатын-ҡыҙҙар консультацияһы – сәләмәт киләсәккә бер аҙым
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы – сәләмәт киләсәккә бер аҙым

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы янында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһы төҙөлөшө  “Ғаилә” милли проектының “Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә башланды. Ул бындай учреждениеларға бөтә кәрәкле талаптар менән матур заманса бина буласаҡ.

Район үҙәгендә ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөлөшө тураһында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы, Аҡъярҙа ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөлә?

-Республика башлығы билдәләүенсә, төбәктә ауылдарҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын асыуға өҫтөнлөк бирелде, сөнки бөгөнгө көндә ауылда ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары менән тәьмин ителеш ҡалаға ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк. Район үҙәгендә айырым ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бинаһын төҙөү мәсьәләһе күптән өлгөргән. Районда 13 594 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, уларҙың 6 мең самаһы бала табыу йәшендә. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн әлеге шарттар бик ҡыҫынҡы ине. Модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын асыу ҡатын-ҡыҙҙарҙы медицина хеҙмәтләндереүе менән күберәк тәьмин итеү, ике урынлыҡ үҙенең көндөҙгө стационары менән уңайлы шарттарҙа квалификациялы, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.

- Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының яңы бинаһында ниндәй кабинеттар булдырыласаҡ?

-Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙәк район дауаханаһы ихатаһында модуль ысул менән төҙөлгән айырым торған бина буласаҡ. Бында акушер-гинекологтарҙың ҡабул итеүе өсөн өс кабинет, ике койкаға бер көндөҙгө палата эшләү ҡаралған. Шулай уҡ ультратауыш һәм функциональ диагностика кабинеттары, ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик һәм медик-социаль ярҙам күрһәткән белгестәрҙең ҡабул итеүе һәм йөклөләрҙе бала табыуға психологик яҡтан әҙерләү кабинеттары, сираттағы уңайлы көтөү зонаһы, асыҡ регистратура, сабый имеҙеү бүлмәләре, кескәйҙәр өсөн уйын зонаһы ҡаралған.

Бина дизайны республиканың бөтә ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары өсөн берҙәм буласаҡ. Ҡайтанан йыһазландырыу һәм тулыландырыу беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә үткәреләсәк, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ.

- Кадрҙар бармы? Төҙөлөш ҡасан тамамланасаҡ?

- Әлеге мәлдә штатта ике акушер-гинеколог бар. Тағы ла бер акушер-гинекологты йәлеп итеү планлаштырыла. Кадрҙар менән эшләйәсәкбеҙ, белгестәр һайлап аласаҡбыҙ һәм әҙерләйәсәкбеҙ.

Модулле бина төҙөлөшө 2025 йылда тамамланасаҡ. Әммә лицензиялау һәм файҙаланыуҙы башлау 2026 йылға планлаштырылған. Шуға ярашлы яңы ҡатын ҡыҙҙар консультацияһы киләһе йылда асыласаҡ.

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас