

Башҡортостан табиптары медицина коммуникациялары буйынса бушлай тренингтар үтә ала. Был белгестәргә персонал, пациенттар һәм уларҙың туғандары менән аралашҡанда тыуған иң ҡатмарлы һәм нескә мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. Һүҙ бында ауыр диагноздар, ауырыуҙың хәле һәм башҡа сетерекле мәлдәр тураһында мәғлүмәтте еткергәндәге оҫталыҡ тураһында бара.
Табиптарҙы уҡытыу буйынса эш Президент гранттары ярҙамында ойошторола. Тренингтарҙы, медицина ойошмалары ихтыяжына ярашлы, Өфө хосписы белгестәре үткәрәсәк. Тренер Гөлназ Ҡунафина әйтеүенсә, бындай аралашыу белгестәргә ышаныслыраҡ, тынысыраҡ булырға ярҙам итә. Бушлай уҡыуға заявканы рәсмиләштереү өсөн fond@ufahospice.ru электрон почтаһына хат ебәрергә кәрәк.
– Хатта ниндәй коллектив өсөн тренинг үткәрергә теләйһегеҙ, ниндәй маҡсатты күҙ уңында тотаһығыҙ, ниндәй бурыстарҙы хәл итергә планлаштыраһығыҙ – барыһын да күрһәтегеҙ, – ти Гөлназ Ҡунафина.
Фото:Өфө хосписы сайты.