Яңылыҡтар
14 Октябрь 2025, 11:05

Оло йәштәге йәйәүлене тапатҡан

Үлемесле юл-транспорт фажиғәһе бөгөн иртән теркәлгән.

Оло йәштәге йәйәүлене тапатҡанОло йәштәге йәйәүлене тапатҡан
Оло йәштәге йәйәүлене тапатҡан

Бөгөн иртә менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булған. Мәғлүмәттәргә ярашлы, сәғәт һигеҙенселә Салтыков-Щедрин урамында «Лада Гранта» водителе көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән китеп барған кешене бәрҙергән. 67 йәшлек ир табиптар килгәнсе йән биргән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Йәйәүлеләргә бигерәк тә иғтибарлы булыу талап ителә: рөхсәт ителгән урындарҙан ғына йөрөгөҙ, автомобиль юлынан йүгереп үтмәгеҙ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас